

2022 йылдың 12 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы муниципаль район Советы ҡарары менән Совет Рәйесе итеп 13-сө һайлау округынан депутат Рәмов Тимур Дәүләткилде улы һайланды.
1976 йылдың 4 декабрендә Йылайыр районының Йомағужа ауылында тыуған, юғары белемле, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Өйләнгән, өс бала тәрбиәләй.
1994-1996 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә; 1997-2016 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында хеҙмәт иткән. 2016 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем - Хәйбулла районында "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары.