СӘЙӘСӘТ
25 Декабрь 2021, 10:41

Владимир Путин: “Өфө – һоҡланғыс ҡала”

Ил Президенты баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейын үткәреүгә өҫтәмә аҡса бүлергә вәғәҙә итте.  

Владимир Путин: “Өфө – һоҡланғыс ҡала”Владимир Путин: “Өфө – һоҡланғыс ҡала”
Владимир Путин: “Өфө – һоҡланғыс ҡала”

23 декабрҙә илебеҙҙең мөһим сәйәси ваҡиғаһы – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йыллыҡ матбуғат конференцияһы үтте. Быйыл сара 17-се тапҡыр ойошторолдо. Унда 507 хәбәрсе ҡатнашты. Улар араһында федераль, төбәк һәм сит ил журналистары һәм блогерҙар бар ине.

 

“Салауат Юлаев – бик шәп команда”

 

Пандемияға тиклем был сәйәси сарала ике мең самаһы кеше ҡатнаша ине. Әле иһә, яңы шарттарҙы иҫәптә тотоп, уларҙың һаны кәметелде. Сара барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп үткәрелә. Һәр кем битлек кейгән, социаль арауыҡты һаҡлап ултыртылған, хәбәрселәр бында килер алдынан өс тапҡыр ПЦР-тест тапшырған. Ингән урында ла махсус эшкәртеү үткәндәр.

Башҡортостандан матбуғат конферен­цияһында биш кеше ҡатнашты. Улар – Руслан Шәрә­фетдинов (“Башинформ” мәғлүмәт агент­лығының баш мөхәррире), Артур Хәсәнов (“Горобзор” сайты етәксеһе), Гөлназ Хәйбуллина (БЮТ хәбәрсеһе), Максим Окунев (“РБК” хәбәрсеһе) һәм Вадим Исламов (БЮТ операторы).

Шуныһы ҡыуаныслы: матбуғат конферен­цияһында Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина үҙенең һорауын бирә алды.

Президенттың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков Гөл­наздың йөрәк төшөрөлгән “Из Уфы” тип яҙылған плакатына иғтибар итте һәм уға һүҙ бирҙе. Гөлназ дәүләт башлығы менән башҡортса иҫәнләште һәм башҡорттарға сәләм әйтте.

– Беҙ үҙебеҙҙең баш ҡалабыҙ Өфөнө бик яратабыҙ. 2024 йылда ул үҙенең юбилейын билдәләйәсәк, һеҙ был туралағы указға ҡул ҡуйҙығыҙ. Ошо айҡанлы федераль ярҙам буласаҡмы? Беҙгә яңы социаль объекттар, күперҙәр, тигеҙ юлдар кәрәк. Һеҙ байрам итеүгә киләһегеҙме? – тине ул.

– Саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт. Килергә тырышырмын, – тине Владимир Путин. – Өфө – һоҡланғыс ҡала, Волга буйы федераль округында иң яҡшыларҙың береһе. Ул электән Рәсәйҙең ислам донъяһы үҙәге булараҡ билдәле ине. Беҙ коллегалар менән әҙерлек тураһындағы махсус документ сығарҙыҡ. Республика етәкселеге менән әҙерлек барышында һеҙҙең өсөн ниндәй объекттар өҫтөнлөклө буласағын билдәләйәсәкбеҙ. Бында өҫтәмә ресурстар кәрәкмәй, инфраструктура, юл һәм социаль өлкәләргә, мәҙәниәткә тип бүленгән аҡсаны дөрөҫ итеп файҙаланырға кәрәк. Өфө үҙенең юбилейын лайыҡлы, матур итеп үткәрергә тейеш. Әгәр өҫтәмә саралар кәрәк булһа, уны ла бүлербеҙ, – тине ул.

Шулай уҡ Гөлназ Президенттан, Өфөлә хоккей буйынса донъя чемпионатын үткәреү мөмкинме, тип һораны. “Беҙ “Салауат Юлаев” командаһы менән дан тотабыҙ”, – тине ул.

– Эйе, “Салауат Юлаев” – бик шәп команда һәм юғары сифатлы. Донъя чемпионаты буйынса әлегә әйтә алмайым, ҡарарға кәрәк. Минеңсә, киләһе чемпионат Пи­терҙа үтергә тейеш. Логистика буйынса Санкт-Петербург менән Өфө бер-береһенән алыҫ урынлашҡан. Бындай ҡарарҙы Халыҡ-ара хоккей федерацияһы ҡабул итә. Һис шикһеҙ шуны әйтәм: Өфө иң юғары кимәлдәге халыҡ-ара сараларҙы үткәрә ала. Уйларбыҙ бының тура­һында, – тине Владимир Путин.

 

Иҡтисад аяҡҡа баҫа башланы

 

Беренсе һорауҙы “Интерфакс” агентлығы етәксеһе Вячеслав Терехов бирҙе. Һорау традицион ине – коронавирус һәм уның эҙемтәләре менән көрәш. “Иҡтисади көрсөктән нисек сығырға? Иҡтисад уңышлы үҫешһен өсөн халыҡтың тулы вакцинацияһы кәрәкме? Хөкүмәт һәм Үҙәк банктың эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ?” – тип һораны ул.

– Һеҙ биргән бөтә һорауҙарға ла яуап бирһәм, матбуғат конференцияһын тамамларға ла була, – тип шаяртты Владимир Путин. – Беҙҙең иҡтисад коронавирус саҡырыуҙары ме­нән бәрелешкәс, берҙәмерәк һәм төрлө көтөлмәгәнлектәргә әҙере­рәк булып сыҡты.

Президент белдереүенсә, иҡтисадтың түбәнәйеүе өс процент тәшкил иткән, был донъя­ның бик күп алдынғы илдәренә ҡарағанда әҙерәк, беҙ башҡа­ларға ҡарағанда тиҙерәк аяҡҡа ла баҫтыҡ. Иҡтисад һөҙөмтәләре Рәсәй өсөн бик ҙур экспорт ҡеүәте булдыра.

Шулай уҡ дәүләт башлығы төҙөлөштәге уңыштарҙы билдә­ләне. Бер йыл эсендә 90 миллион квадрат метр төҙөлгән, был – рекорд. Инфляцияға килгәндә, уның кимәле 8 процент булыр тип көтөлә. Эшһеҙлек йәһәтенән, властар пандемияға тиклемге кимәлде тергеҙеү бурысын ҡуйған. Ә беҙҙә ул тағы ла түбәнерәк булды. Халыҡтың реаль килеме йыл аҙағына 3,5 процентҡа тиклем үҫер, ти белгестәр.

Иҡтисадтың пандемиянан зыян күргән тармаҡтарына ярҙам иткән саҡта барыһы ла эш урындарын һаҡлау һәм кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәл­телә, ти Президент.

– Рәсәйҙең бюджеты социаль йүнәлешле. Киләһе йылда социаль кәрәк-яраҡ өсөн бөтә кимәл бюджеттарҙан 4 триллион һум аҡса тотоноу күҙаллана. Ул күберәк тә буласаҡ, – тине Владимир Путин.

Быға ҡарата республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙ фекерен белдерҙе һәм Башҡортостандағы хәлдәр менән таныштырҙы.

– Әлеге ваҡытта беҙҙең республикала эшһеҙлек кимәле тарихи минимум – Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу методоло­гияһы буйынса 3,8 процент тәшкил итә. Был – бөгөнгө һандар. Йыл аҙағына тиклем был күрһәткес 4 процентҡа етер тип көтәбеҙ. Һәр ваҡыт йыл аҙағын­да ҙур булмаған миҙгелле эшһеҙлек артыуы күҙәтелә. Шуға күрә беҙ ҙә, дөйөм Рәсәйҙәге кеүек, пандемияға тиклемге һандарға еттек һәм хатта күрһәткестәрҙе яҡшырттыҡ. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, панде­мияға тиклемге һандарҙы яҡ­шырттыҡ.

 

Халыҡты мәжбүр итергә түгел, аңлатырға кәрәк 

 

Владимир Путиндың журналистар менән ҙур матбуғат конференцияһы барышында, көтөлгәнсә, коронавирустан вакцина яһатыуға арналған һорау­ҙар байтаҡ булды.

Владимир Путин белдере­үенсә, әлеге ваҡытта илдең коллектив иммунитет кимәле 59,4 процент тәшкил итә. Уларға вакцина яһатҡандар һәм сирҙе үткәргәндәр инә.

Вакцинаны иһә 70 миллион самаһы кеше яһатҡан. Владимир Владимирович белдере­үенсә, был – кисәге һандар. Ул даими рәүештә баш санитар табип Анна Попова һәм Татьяна Голикова менән ошо тема буйынса һөйләшеп тора. Был күрһәткестәр әлегә етмәй.

– 2022 йылдың беренсе йәки икенсе кварталында маҡсатлы һандарға етербеҙ тип ышанам. Был – 80 процент, – тине ул.

Шулай уҡ Президенттан ни өсөн кешеләр прививка яһа­тырға теләмәүе һәм уны, бәлки, көсләп эшләтеү саралары кәрәк­леге тураһында һоранылар.

Владимир Путин белдере­үенсә, илдә коронавирусҡа ҡаршы прививка һалдырмаған кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саралар индерелмәйәсәк. “Кеше­ләргә хөрмәт менән ҡарарға кәрәк”, – тине ул.

Шул уҡ ваҡытта был тәңгәлдә хоҡуҡ боҙоусылар менән көрәш бара һәм ул дауам итәсәк.

– Хоҡуҡ боҙоусылар менән көрәшергә кәрәк, ә закон буйынса йәшәгән граждандар менән түгел. Эйе, вакцинация тураһын­да ялған сертификаттар эшләйҙәр. Ундай кешеләргә ҡарата 200-ҙән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылды. Улар ике статья буйынса: ялған документтар эшләү һәм вазифалы енәйәттәр. Эйе, бында көрәшер­гә кәрәк, ә башҡа осраҡтарҙа – аңлатырға һәм һөйләшергә, – тине Владимир Путин.

Дәүләт башлығы белдере­үен­сә, коронавирустың яңы тулҡындары вирустың мутация­һына бәйле. Яңынан-яңылары таралып тора. Шуға күрә Владимир Путин фекере буйынса, бөтә донъя буйынса вакцина­ларҙы танырға һәм таратырға кәрәк. “Башҡаса беҙ уны еңә алмаясаҡбыҙ”, – ти ул. Шулай уҡ Владимир Владимирович яңынан сирләгәндәр һәм вакцина яһатҡандарҙың сирләүе тураһында фекер әйтте.

– Эйе, бер сирләгән кешеләр киренән зарарланған осраҡтар бар. Тик ундайҙар бик әҙ, икенсе тапҡыр ни бары 1 процент кешеләр генә ауырый, ә вакцина яһатҡандарҙың – 3-4 проценты. Дауаханаларҙа – вакцина яһат­ҡан­­дар бигерәк әҙ. Был – объектив һандар, – тине Президент.

Республика СПИД-ты иҫкәр­теү һәм уға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров белдереүенсә, Баш­ҡорт­останда коронавирусҡа ҡаршы вакциналар һаны етерлек кимәлдә. Бөтә медицина ойошмаларында ла вакциналар бар һәм теләгән һәр кемгә етә. Беҙгә әле 2 миллион 800 мең вакцина килтерелгән. Уның беренсе компонентын 2155731 кеше һалдырған.

– Коллектив иммунитет булдырыу өсөн был етмәй. Беҙ шуны аңларға тейеш, әле прививка һалдырмаған 200 мең кеше бар, улар менән өҫтәмә эш алып барырға кәрәк. Вакцинацияһыҙ беҙҙә яңы штамдар барлыҡҡа килеү хәүефе янай. “Омикрон” ҡайҙан бар­лыҡҡа килгән? Ул вакцина етмәгән төбәктә – Африка илдәрендә барлыҡҡа килде. Халыҡтың вакцина эшләтеү мөмкинлеге булмағас, корона­вирустың үҫешеү, мутацияланыу, яңы штамдар барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы ҙур. Ә коллектив иммунитет беҙгә яңы штамдар булдырмау мөмкин­леге бирәсәк. Мин ил Президентының саҡырыуын тулыһынса хуплайым, – тине ул.

 

Ғаиләләргә ярҙам

 

Журналистарҙың береһе авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан кешеләрҙе күсереү буйынса федераль программа буйынса һорау бирҙе. “Төбәктәр был программала ҡатнашыуын ҡыҫҡартырға теләй. Ҡарарбыҙ. Барыһы ла төбәктәрҙең финансынан торасаҡ, сөнки кешеләргә аҡсаның ҡайҙан килеүе барыбер. Хөкүмәттә ҡарарбыҙ һәм механизм төҙөрбөҙ. Кешеләрҙе был иҫке йорттарҙан һөйрәп сығарыр кәрәк”, – тине ул.

Йәнә бер журналист балалы ғаиләләргә ярҙам итеү тура­һында һорау бирҙе.

– Ысынлап беҙҙә демографик проблема бар. Эйе, карьера, аҡса эшләү мөһим, әммә әсәй һәм атай булыу бәхете матди именлектән юғарыраҡ, – тине Владимир Путин. – Беҙҙең бөтә эшмәкәрлегебеҙ, шул иҫәптән пандемия ваҡытында ла балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙә ине. Артабан да был эш дауам итәсәк, беҙ бала тыуғандан алып, мәктәпте тамамлағансы ярҙам итеүҙең ныҡлы механизмын эшләйәсәкбеҙ.

Матбуғат конференцияһы дүрт сәғәттән ашыу дауам итте. Унда күтәрелгән темалар байтаҡ ине. Иң мөһимдәре коронавирус пандемияһы; вакцинация һәм QR-кодтар; иҡтисадтағы хәл; инфляция һәм граждандарҙың килеме кәмеүе; АҠШ, ЕС һәм НАТО менән мөнәсәбәттәр, гарантиялар буйынса һөйләшеү­ҙәр һәм “хәрби-техник яуап”; Украина һәм “Рәсәйҙең бына-бына уға һөжүм итеүе”; газ, торба үткәргестәр һәм хаҡтар; илдең үҫеше, милли проекттар, өҫтөнлөктәр; совет осоронан һуңғы интеграция һәм йоғонто яһау зонаһы; власть транзиты, кадрҙар сәйәсәте, сәйәсәттең күсәгилешлеге.

 

Лира ИҒТИСАМОВА, финанс министры:

– Ил Президенты Владимир Путинға һәм Рәсәй Хөкүмәтенә беҙҙең төбәккә ҙур финанс ярҙамы өсөн рәхмәт әйткем килә. 2022 йылда федераль бюджеттан финанс ярҙамы күләме 77 миллиард һумдан ашыуыраҡ булды. Шул иҫәптән маҡсатһыҙ финанс ярҙамы рәүешендә алынған аҡсалар ҙа. Айырым алғанда, бюджет сфераһы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү өсөн.

Үткән аҙнала Башҡортостандың 2022 йыл өсөн һәм 2023, 2024 йылдарға планлы осорға бюджеты тураһындағы законы ҡабул ителде. Бюджет сығымдарының дөйөм күләме 267 миллиард һум тәшкил итә. Һәм һәр ваҡыттағыса беҙҙең бюджет социаль өлкәгә йүнәлтелә.  Бюджет сығымдарының 75 проценты социаль өлкәне үҫтереү, кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Был – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль-әүҙем сәйәсәт, спорт һәм мәҙәниәт. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлауға дөйөм алғанда 97 миллиард һум, мәғарифҡа – 62 миллиард һум, социаль ярҙамға 47 миллиард һум йүнәлтеләсәк.

 

Нияз ФАЗЫЛОВ, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе:

– Федераль дәүләт ярҙамы саралары социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға һәм зыян күргән тармаҡтарҙан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Беренсе сара – ул һәр эшкә урынлашҡан кеше өсөн бер минималь эш хаҡы күләмендәге грант. Башҡортостанда 11 мең эшҡыуар бындай дәүләт ярҙамы сараһы менән файҙалана алды. Икенсеһе – йылына өс процент ставка менән ташламалы займдар, был  ФОТ 3.0 программаһы. Республикала 13 мең эшҡыуар льготалы займ алды. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Республикаһында 25 меңгә яҡын эшҡыуар ике төп йүнәлеш буйынса дәүләт ярҙамы алыуға өлгәште, тип баһалайбыҙ. Был – республиканың һәр бишенсе эшҡыуары.

 

Егор РОДИН, төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын баш­ҡарыусы:

– Рәсәй биләмәһендә әлеге ваҡытта торлаҡ төҙөлөшөнөң рекордлы темптары күҙәтелә. Бында Башҡортостан Республикаһының да өлөшө бар. 2021 йылдың 11 ай йомғаҡтары буйынса республикала 2 600 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән. Был 2020 йылға ҡарағанда 24 процентҡа күберәк. Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса әле Рәсәйҙә алтынсы һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Бөгөнгә беҙ 2021 йылға планды арттырып үтәнек һәм күрһәткестәрҙе арттырыуҙы дауам итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте тарафынан торлаҡ төҙөлөшөнә ярҙам итеү һәм дәртләндереү буйынса күрелгән саралар, һис шикһеҙ, быға булышлыҡ итте. Был ипотека кредитлауына, шулай уҡ инженер инфра­структураһын тәьмин итеү буйынса сараларға ла ҡағыла. Шулай уҡ Башҡортостанда алданған өлөшсөләр­ҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса эш дауам итә. Бөгөнгә улар дүрт мең самаһы, 111 проблемалы объект. Беҙҙең алда 2024 йылға алданған өлөшсөләр проблемаһын тулыһынса хәл итеү бурысы тора.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-12-24/vladimir-putin-f-o-lan-ys-ala-2633527

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас