

Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин матбуғат конференцияһында хәбәр итеүенсә, Рәсәй һәм Ҡытай юғары технологиялы ҡоралдарҙы әҙерләү буйынса берлектә эш алып барып, хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә.
"Беҙ хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ҡытай армияһы иң алдынғы ҡорал системалары менән ярайһы кимәлдә йыһазландырыла. Беҙ бергәләп хатта бер нисә юғары технологиялы ҡорал төрҙәрен эшләйбеҙ, - тип билдәләне Рәсәй лидеры. - Беҙ йыһанда, авиация өлкәһендә эшләйбеҙ. Етмәһә, самолеттар, вертолеттар буйынса ла».
Владимир Путин билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы шулай уҡ илдәрҙең ҡораллы көстәре араһында хеҙмәттәшлекте үҫтерә.
Фото:http://kremlin.ru/