

Ошондай ҙур биләмә өсөн 146 миллион кеше етмәй, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин матбуғат конференцияһында.
"Әле мин ғүмер оҙайлығының кәмеүе, үлемдең артыуы хаҡында һөйләнем, һәм ошо йәһәттән мөһим проблемаларҙың береһе, демография өлкәһендәге төп бурыстарҙың береһе киҫкенләшә. Ул, ил халҡын күҙ уңында тотоп, гуманитар һәм геосәйәси күҙлектән ҡарағанда ла, - ошондай ҙур биләмә өсөн 146 миллион кеше етмәй", - тине дәүләт башлығы.
Фото:kremlin.ru