СӘЙӘСӘТ
18 Ноябрь 2021, 14:14

Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указының яңы редакцияһы донъя күрҙе

Республика Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указына йәнә үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указының яңы редакцияһы донъя күрҙеБашҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указының яңы редакцияһы донъя күрҙе
Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указының яңы редакцияһы донъя күрҙе

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 1 декабрҙән республика ҡунаҡханаларына коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат, алты ай эсендә COVID-19 менән ауырыу йә иһә прививка яһатырға ярамауы хаҡында медицина белешмәһе (ПЦР-тест та кәрәк) менән генә урынлашырға була.

Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында РПЛ һәм КХЛ уйындарында футбол майҙанын, «Өфө-Арена»ны 70% тултырырға мөмкин. Төп шарт — тамашасыларҙың сертификаты йәки ярты йыл эсендә сирҙе үткәреү тураһында сертификаты булыуы.

Фото:Валерий Шахов.

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2021-11-18/bash-ortostan-bashly-yny-koronavirus-a-arshy-ukazyny-ya-y-redaktsiya-y-don-ya-k-r-e-2588261

Автор:
Читайте нас