СӘЙӘСӘТ
9 Ноябрь 2021, 17:56

Силәбе өлкәһе менән яңы сиктәр буйынса закон проектын әҙерләнә

Күрше төбәк Салауат Юлаев тыуып үҫкән Тәкәй ауылы урынлашҡан ерҙәрҙе республикаға тапшырырға әҙер булыуын белдерҙе. Ауыл Пугачев етәкселегендәге ихтилалды баҫтырғанда юҡ ителгән.

Силәбе өлкәһе менән яңы сиктәр буйынса закон проектын әҙерләнәСиләбе өлкәһе менән яңы сиктәр буйынса закон проектын әҙерләнә
Силәбе өлкәһе менән яңы сиктәр буйынса закон проектын әҙерләнә

Салауат районының өлөшләтә сит өлкәлә урынлашҡан Первомайский ауылы ла тулыһынса Башҡортостан сигенә ҡайтарыла, тип белдерҙеләр Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында. Ведомство территориаль-административ сикте билдәләне, шунан һуң Башҡортостан Башлығы менән Силәбе өлкәһе губернаторы Килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон ҡабул иткәс, яңы сиктәр тураһында мәғлүмәттәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелә.

Әле Силәбе өлкәһе менән сик башлыса урмандар, һыу сығанаҡтары һәм өлөшләтә ауыл хужалығы биләмәләре аша үтә. Совет власы осоронда аҫаба башҡорт ерҙәре күршеләргә күскән, Балаҡатай, Ҡыйғы, Салауат, Нуриман, Иглин, Арзангел, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһы Силәбе өлкәһе менән сиктә тороп ҡалған. Әбйәлил районы хәҙер Магнитогорск агломерацияһына инә.

 

 

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2021-11-09/respublikany-er-m-m-lk-t-m-n-s-b-ttt-re-ministrly-y-sil-be-lk-e-men-n-ya-y-sikt-r-buyynsa-zakon-proektyn-erl-y-2575907

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас