СӘЙӘСӘТ
26 Октября 2021, 05:31

Рәсәй президенты төбәктәргә коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса саралар күрергә ҡушты

*

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй президенты төбәктәргә коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса саралар күрергә ҡуштыРәсәй президенты төбәктәргә коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса саралар күрергә ҡушты
Рәсәй президенты төбәктәргә коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса саралар күрергә ҡушты

Владимир Путин Рәсәй субъекттары етәкселәренә төндә йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларының эшен сикләргә һәм төнгө сәғәт 11-ҙән  таңғы 6-ға тиклем күңел асыу сараларын уҙғарыуҙы тыйырға тәҡдим итте.

Губернаторҙар һәм предприятие етәкселәре хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинация өсөн ике ял көнө менән тәьмин итергә бурыслы. Эш хаҡын һаҡлау мотлаҡ. 60 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәрҙе һәм хроник сирлеләрҙе өйҙән эшләү режимына күсерергә тәҡдим ителде. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатмаған 60 йәштән өлкән граждандарға изоляция тәртибенә күсерергә тәҡдим ителә.

Ҡайһы бер ойошмаларға вакцинация йәки коронавирусты үткәреү хаҡында документ менән генә индерергә кәрәк. Бының ниндәй учреждениеларға ҡағылыуын ил субъекттары хәл итә.

 

 

 

фото:Ксения Калинина

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-10-26/r-s-y-prezidenty-t-b-kt-rg-koronavirus-a-arshy-k-r-sh-buyynsa-saralar-k-rerg-ushty-2560328

Автор:"Башҡортостан" гәзите