

Бөгөн Башҡортостандың төп дәүләт байрамы – Республика көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы арҙаҡлы яҡташтырыбыҙҙың ҡотлауҙарын баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Башҡортостан халҡын Рәсәй Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тәбрикләй.
“Республика көнөндә бөтәһенә лә иң изге теләктәремде еткерәм, тыуған төбәгебеҙгә уңыштар теләйем. Беҙ нисек ҡала һәм ауылдарыбыҙҙың матурланғанын, үҙгәргәнен күрәбеҙ. Был үҙгәрештәр – ҙур команданың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе, беҙҙең күп милләтле, татыу республикабыҙҙа йәшәгән һәр кем был команданың өлөшө булып тора.
Алда башҡараһы эштәр бик күп. Яҡташтарыбыҙҙың талантына таянып, республикабыҙҙың ҡеүәтле мөмкинлектәрен тормошҡа ашырып, беҙҙең тағы ла көслөрәк һәм нығыраҡ булыуыбыҙҙы теләйем. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм тиҙерәк коронавирусты еңеүҙе теләйем”, – тине ул.
Фото: аиткулова.рф