

Бөгөн Башҡортостан үҙенең төп дәүләт байрамын – Республика көнөн билдәләй. 31 йыл эсендә был байрам киң танылыу яуланы һәм халҡыбыҙ күңелендә лайыҡлы урын алды. Уны һәр ҡала һәм район, хеҙмәт коллективтары матур итеп билдәләй.
Республика көнө айҡанлы Өфөлә һәр ваҡыттағыса сәскә һалыу тантанаһы үтте. Ҡурай моңо аҫтында гөлләмәләр милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм шағир, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Шәйхзада Бабич һәйкәлдәренә һалынды.
Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Султанов еткселегендә был республиканың рәсми делегацияһы һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйхзада Бабичҡа һәйкәлде 2019 йылда Телеүҙәк алдында астылар. Уның авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Монументтың дөйөм оҙонлоғо – 6 метр самаһы.
Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылда асылған. Ул скульптор Сосланбәк Тавасиев проекты буйынса булдырылған, бының өсөн ул 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ булды. Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур атлы һәйкәл гранит менән биҙәлгән ун метрлыҡ постамент һәм 9,6 метрлыҡ статуянан тора. Ул “Монументскульптура” Ленинград заводында ҡойолған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты, Олег Яровиков ("Башинформ")