СӘЙӘСӘТ
21 Сентябрь 2021, 09:30

Һайлау кампанияһы тамамланды. Йомғаҡтар билдәләнде. Күпселек халыҡ тауышы менән “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы еңеү яуланы.

 Ошо маҡсатта Хәйбулла районының почетлы гражданы, һуғыш һәм хеҙмәт ветеанарының район соеты рәйесе Роза Аллағолованан һайлауҙар һөҙөмтәләре буйынса бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Һайлау кампанияһы тамамланды. Йомғаҡтар билдәләнде. Күпселек халыҡ тауышы менән “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы еңеү яуланы.Һайлау кампанияһы тамамланды. Йомғаҡтар билдәләнде. Күпселек халыҡ тауышы менән “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы еңеү яуланы.
Һайлау кампанияһы тамамланды. Йомғаҡтар билдәләнде. Күпселек халыҡ тауышы менән “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы еңеү яуланы.

 --Роза Рәхмйән ҡыҙы, быйылғы һайлауҙарҙың үҙенсәлегенә, йәғни өс көн дауамында барыуына һеҙҙең ҡараш?

--Беҙ тауыш биреүҙең бер көндә, йәғни йәкшәмбе үтеүенә күнеккәнбеҙ. Шулай ҙа ул осраҡта тәүлек әйләнәһенә йәки алыҫҡа йөрөп эшләгәндәрҙең эш режимы арҡаһында һайлау участкаһына килә алмаусылар булғандыр, тип уйлайым.   Шуға күрә, минең фекеремсә, һайлауҙың 3 көн барыуы бик уңайлы, сөнки  кеше үҙенә ҡулайлы ваҡытта һайлау участкаһына бара ала. Һәм һөҙөмтәлә күберәк граждандар үҙҙәренең конституцион хоҡуғын тормошҡа ашыра ала тигән фекерҙәмен. Бынан тыш, коронавирус инфекцияһы таралған осраҡта халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләүҙә бындай аҙым бик отошло тип уйлайым.

--“Берҙәм Рәсәй” партияһы  сираттағы тапҡыр еңеү яуланы. Был нимә тураһында һөйләй?

--“Берҙәм Рәсәй” партияһының  сәйәси майҙандағы уңышын  һайлаусылар, халыҡ менән аҡыллы эш итеүендә күрәм. Бынан тыш, партияла  йәш кандидаттарҙың күп булыуы, яңы һулыш алыуы һиҙелә, тип уйлайым. Шуға күрә күпселек халыҡтың үҙ тауышын ошо партия өсөн биреүе Берҙәм Рәсәйҙәрҙең ил менән идара итеүҙә һөҙөмтәлелеген дәлилләй.

--Радий Хәбиров Дәүләт Думаһында беҙҙең депутаттарҙан “башҡорт фракцияһын” булдыра. Һеҙҙең ҡараш?

--Беҙҙең барлыҡ депутаттар тәжрибәле. Улар бик алдынғы ҡарашлы кешеләр, республика мәнфәғәтенә эшләрҙәр, тип ышанам. “Башҡорт фракцияһы”на килгәндә, Дәүләт Думаһына һайланған депутаттар Башҡортостандың үҫешенә ҡағылышлы файҙалы инициативаларҙы күтәрерҙәр тип уйлайым.

--Һуңғы һорау. Берҙәм рәсәйҙәрҙе генә түгел, башҡа партиялар вәкилдәрен дә берләштергән “Хәбиров командаһы” тәүге сиратта нимәгә иғтибар итергә тейеш, тип уйлайһығыҙ?

--Минеңсә, тәү сиратта, демография, иҡтисад үҫешенә, эшҡыуарлыҡҡа,   ауыл ерендә йәшәүселәр именлегенә, ғөмүмән, йәшәйешебеҙҙең бөтә тармағына иғтибар булырға тейеш.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас