СӘЙӘСӘТ
19 Сентября 2021, 12:58

Хәбировтар ғаиләһе тауыш бирҙе

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Владимировна менән мөһим сәйәси сарала ҡатнашты.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәбировтар ғаиләһе тауыш бирҙеХәбировтар ғаиләһе тауыш бирҙе
Хәбировтар ғаиләһе тауыш бирҙе

Башҡортостанда тауыш биреүҙең өсөнсө көнө дауам итә.

Күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Владимировна менән мөһим сәйәси сарала ҡатнашты. Улар “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

Республика етәксеһе белдереүенсә, һайлау - илебеҙ өсөн бик мөһим ваҡиға, сөнки барыбыҙ бергә алдағы биш йылға Рәсәйҙең сәйәси курсын билдәләйбеҙ, Хөкүмәт менән хеҙмәттәшлек алып барған, ил Президентына ярҙам иткән Дәүләт Думаһының составы ниндәй буласағын хәл итәбеҙ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
Автор: