

Бөрө районында “пионер”ҙар тауыш биргән
Урындағы “Победа” гәзите яҙыуынса, Пионер ауылында йәшәүселәр үҙҙәрен шулай атай. Ауырғазы районының Марс ауылы халҡы үҙҙәрен “марсиандар” ти икән. “Аургазинский вестник” белдереүенсә, ауылда 36 кеше йәшәй, иң олоһона 85 йәш. “Аслыкуль” гәзите яҙыуынса, Рублевка ауылы кешеләре лә әүҙем тауыш биргән.
“На земле Салавата” гәзите Радио ауылы халҡы тураһында яҙа. Ауылда һайлау участкаһы булмағас, “радиолалылар” күрше ауылда тауыш биргән. “Белорецкий рабочий” хәбәр итеүенсә, күҙе күрмәгән 184 инвалид өсөн һәр кабинкала махсус трафареттар ҡуйылған. Әгәр уларға ярҙам кәрәк булһа, ирекмәндәр ярҙам иткән.
“Октябрьский нефтяник” гәзите яҙыуынса, Октябрь ҡалаһының Төркмән микрорайонында һайлаусылар өсөн байрам ойошторғандар. Дәртле гармун моңдары яҡшы кәйеф бүләк иткән һәм тауыш бирергә өлгөрмәгәндәрҙе лә һайлау участкаларына йәлеп иткән.
ИА «Башинформ»