СӘЙӘСӘТ
18 Сентября 2021, 08:05

Башҡортостанда һайлауҙың беренсе көнөнә йомғаҡ яһалды

Республикала 17 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән һайлаусылар әүҙем тауыш бирә башланы. Йома, эш көнө башланыр алдынан, республика халҡы гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда һайлауҙың беренсе көнөнә йомғаҡ яһалдыБашҡортостанда һайлауҙың беренсе көнөнә йомғаҡ яһалды
Башҡортостанда һайлауҙың беренсе көнөнә йомғаҡ яһалды

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 15.00 сәғәткә  тауыш биреүселәр һаны 13,29 процент тәшкил иткән, ул урта Рәсәй күрһәткесенән 4 процентҡа юғары.

Һайлау участкаларында күҙәтеүселәр эшләй, улар араһында сит ил граждандары, Германия һәм Никарагуа вәкилдәре бар. Улар һайлауҙарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләй.

Фото ИА "Башинформ"

Автор:Марьям Имангулова