

--Үҙем менән 4 йәшлек улымды ла алдым, уға шоколад бүләк иттеләр. Был да һайлаусыларға иғтибар тураһында һөйләй. Хәүефһеҙлек саралары үтәлә: беҙҙең температураны үлсәнеләр, антисептик менән ҡулдарҙы эшкәрттеләр, ручка һәм бер тапҡыр ҡуллана торған битлек, бирсәткә бирҙеләр. Һайлауҙың өс көн үтеүе лә хәүефһеҙлек йәһәтенән һайлаусылар өсөн ҡулайлы,--тине Рөстәм Борһанетдин улы.
Рөстәм Аблаев ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, һайлау участкаларында кеше күп булыуын, тауыш биреүселәр араһында йәштәр күплеген билдәләне.