СӘЙӘСӘТ
18 Сентябрь 2021, 07:42

3201-се һайлау участкаһында иртәнән йәнлелек һиҙелә

Район мәғариф идаралығы бинаһында урынлашҡан һайлау участкаһына һайлаусылар бер-бер артлы ағыла

3201-се һайлау участкаһында  иртәнән йәнлелек һиҙелә3201-се һайлау участкаһында  иртәнән йәнлелек һиҙелә
3201-се һайлау участкаһында иртәнән йәнлелек һиҙелә

Бөгөн, 18 сентябрҙә Сибай ҡалаһында Рәсәй Дәүләт Думаһының VIII саҡырылышына депутаттар һайлау дауам итә.

Иртәнге 08.00 сәғәттә бөтә һайлау участкалары ла үҙ эштәрен тергеҙҙе.

3201-се һайлау участкаһында  иртәнән йәнлелек һиҙелә. Кисәге көн 189 граждан үҙ тауышын биргән. Әлеге ваҡытта   оло быуын ҙур әүҙемлек күрһәтә.  Бөгөн иртәнге 10-ға тиклем 20 кеше тауыш биргән.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас