

--Һайлауҙар—илебеҙҙең киләсәк тормошон билдәләүсе быйылғы йылдың мөһим ваҡиғаһы.
Беҙ Федераль парламентҡа депутаттар һайлайбыҙ. Ни өсөн һайлауҙың беренсе көнөндә тауыш бирәм? Сөнки эште иртәгәге көнгә ҡалдырырға өйрәнмәгәнмен. Иртә менән күберәк эш башҡарһаң, бөтә нимәгә лә өлгөрәһең. Был башҡаларға ла өлгө булһын һәм үҙем дә эшкә шундай ҡарашта булырға ғәҙәтләнгәнмен. Һәр төрлө һайлауҙарға һәр ваҡыт беренсе киләм. Барығыҙға ла уңыштар,--тине Рөстәм Динислам улы.