

Хәбәр итеүебеҙсә, быйыл 17–19 сентябрь көндәре тотош Рәсәй буйынса һайлау ойоштороласаҡ. Башҡортостан граждандары Рәсәй Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлаясаҡ.
Әйткәндәй, ошо өс көндә йәғни 17, 18 һәм 19 сентябрь көндәренең береһендә һайлауҙа ҡатнашҡандарға һайлау участкаларында браслеттар тапшырыласаҡ. Берәй тауар һатып алғанда ошо браслетты күрһәткәндәргә ташлама яһала йәки хеҙмәтләндереү күрһәтелә.
Мәҫәлән, “Рәхмәт” – традицион акция, ул Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Благовещенск, Бөрө һәм Сибай ҡалаларында һәм Өфө районында уҙғарыла.
Акция сиктәрендә ташлама яһаусылар исемлегендә автосервистар, шиномонтаж ойошмалары, матурлыҡ салондары, аҙыҡ-түлек магазиндары, кинотеатрҙар, театрҙар, музейҙар, күңел асыу учреждениелары һәм башҡа ойошмалар. Иң күбе – Өфөлә, баш ҡалабыҙҙа ошондай 300 тирәһе йәмғиәт иҫәпләнә. Тулы исемлек рахмат102.рф. сайтында.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.