СӘЙӘСӘТ
3 Сентябрь 2021, 12:27

“Кабинетта ултырмағыҙ, халыҡҡа сығығыҙ”

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров Аҡъярҙа муниципаль депутаттарҙың зона форумында ҡатнашты.

“Кабинетта ултырмағыҙ, халыҡҡа сығығыҙ”“Кабинетта ултырмағыҙ, халыҡҡа сығығыҙ”
“Кабинетта ултырмағыҙ, халыҡҡа сығығыҙ”

Быйылғы йыл хәйбуллалар һәм барлыҡ Урал аръяғы халҡы өсөн ҙур һынау булды: ҡышын көслө буран ҡубып, ҡар юлдарҙы ҡаплаһа, йәйге ҡоролоҡ һәм урман янғындары үҙәккә үткәрҙе.

Радий Хәбиров Хәйбулла халҡына, муниципаль депутаттарға, предприятиелар һәм ойошмаларҙың хеҙмәт коллективтарына, ирекмәндәргә  урман янғындары һәм  ҡоролоҡ эҙемтәләренә ҡаршы көрәштә ҡатмарлы шарттарҙағы эштәре, әүҙем гражданлыҡ позициялары, берҙәмлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

--Урындағы халыҡҡа, йөрәк ҡушыуы буйынса тәбиғәт афәтенә ҡаршы көрәшергә ситтән килгән ирекмәндәргә оло рәхмәт. Район башлыҡтары  утты һүндереүҙе оҫта ойошторҙо. Үкенескә ҡаршы,  бөгөнгө көндә янғын бар ерҙә лә тулыһынса һүнмәне, әммә бергәләп был афәттең осона сығырбыҙ тип ышанам. Климат үҙгәрә, шуға күрә киләһе йылдарҙа ла ҡоролоҡҡа, янғындарға әҙер булырға, урындарҙа янғын хеҙмәтен техника менән нығытырға кәрәк. Урмандар тергеҙелер, иң мөһиме, ут ауылдарға таралманы,--тине ул.

Партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе билдәләүенсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһына бөгөн еңел булмаған ваҡытта эшләргә тура килә.

Радий Фәрит улы муниципаль депутаттарға Өфөлә үткән WorldSkills Russia – 2021 чемпионаты финалы, уның республика өсөн әһәмиәте һәм эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуҙағы роле тураһында һөйләне. Башҡортостан командаһы дөйөм команда буйынса икенсе урынды яуланы.

“Башҡортостан  “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионатын үткәреүҙең даими урыны була ала. Пандемияға бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, республикала  сәнәғәт үҫешә, инвестициялар күләме арта. Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы үҙ потенциалын һаҡлай. Башҡортостан бөгөн тотороҡло үҫешкән төбәк”,--тине Радий Хәбиров. 

Башҡортостандағы “Берҙәм Рәсәй” етәксеһе депутаттарҙы кабинетта ултырмаҫҡа, ә халыҡ менән күберәк һөйләшергә саҡырҙы. “Буш вәғәҙәләр бирмәгеҙ, оҡшамаған һорауҙарға ла яуап бирегеҙ. Кешеләр ышанысын аҙымлап яуларға кәрәк”,--тине ул.

Башинформ

Фото Олега Яровикова.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас