

Мәғлүм булыуынса, 17, 18 һәм 19 сентябрҙә VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлау үтәсәк.
Ошо айҡанлы 2 августан “Мобиль һайлаусы” механизмы эш башланы. Барған ерҙә тауыш биреүҙе еңеләйтеп, федераль һәм төбәк һайлау системаһында беркетеү танытмаһын алмаштырасаҡ.
Ике аҙна ярым ваҡытта республиканан 7,5 меңдән ашыу кеше барған урында тауыш биреү тураһындағы ғариза менән ҡабул итеү пункттарына мөрәжәғәт иткән. Ғаризаларҙың күп өлөшө – алты мең самаһы Дәүләт хеҙмәте порталы аша бирелгән. 800-ҙән ашыу граждан ғаризаны территориаль һайлау комиссияһында тапшырған. Йөҙләгән кеше барған урында тауыш биреү өсөн Күп функциялы үҙәк офистары аша биргән.
Күрһәтелгән сервистарҙан тыш, бындай ғаризаларҙы 8 сентябрҙән 13 сентябргә тиклем участка һайлау комиссияларында ла тапшырырға мөмкин.
“Мобиль һайлаусы” механизмы һайлау көндәрендә – 17, 18, 19 сентябрҙә өйҙән ситтә булған һәм теркәлгән урындағы һайлау участкаһында тауыш бирә алмаған граждандарға тауыш биреү мөмкинлеген бирә.
Ғаризаларҙы тапшырыу пунктына мөрәжәғәт иткән саҡта үҙең менән паспорт алырға кәрәк, шулай уҡ тауыш биреү өсөн һайлаған участканың һанын да белеү яҡшы. Һайларға теләгән участканың номерын Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының сайттарындағы “Һанлы сервис” ҡушымтаһында табырға мөмкин. Әгәр һайлаусы үҙаллы таба алмаһа, уға Күп функциялы үҙәк, территориаль комиссия белгестәре ярҙам итәсәк йәки Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының (8-800-200-00-20), Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының (8 800 347 54 54) “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары аша белергә мөмкин.
Йәшәгән урындан ситтә һайлау буйынса ғаризаны 13 сентябрҙән дә ҡалмайынса бирергә кәрәк.
Фото: informugra.ru