

Владимир Путин ковидтан вакцинация темпын арттырыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта, президент фекеренсә, прививка яһарға мәжбүр итергә ярамай, ә «аңлатырға кәрәк».
«Хәҙер беҙҙең төп бурыс — илдә вакцинация темпын арттырыу. Халыҡҡа прививка эшләтергә кәрәклеген, шулай ғына эпидемияны туҡтатырға мөмкин икәнен аңлатыу мөһим», — тип, Путиндың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Дәүләт башлығы граждандарҙың вакцинация буйынса килеп тыуған ҡатмарлы һорауҙарына ентекле яуап бирергә кәрәклеген дә өҫтәне.