СӘЙӘСӘТ
17 Июль 2021, 03:57

Азат Бадранов: “Бер-беребеҙҙе тыңлап эш итергә тейешбеҙ”

- Урал аръяғы райондарында вазифалы кешеләрҙең ришүәтселеккә барыуы тураһында мәғлүмәттәр килә башланы. Әлбиттә, бындай хәл халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Азат Бадранов: “Бер-беребеҙҙе тыңлап эш итергә тейешбеҙ”Азат Бадранов: “Бер-беребеҙҙе тыңлап эш итергә тейешбеҙ”
Азат Бадранов: “Бер-беребеҙҙе тыңлап эш итергә тейешбеҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссияның тәүге ултырышы үтте.

Сарала Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил райондары хакимиәт башлыҡтары, төрлө ведомство етәкселәре, ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә эшләгән ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һәм Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров алып барҙы.

"Бөгөнгө ултырышта ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм был йәһәттән атҡарылған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшербеҙ, - тине Азат Бадранов. - Хәтерегеҙгә төшөрәм, был комиссия Башҡортостан Башлығы Указы менән булдырылды. Беҙ һәр яҡтан тигеҙлек һаҡлау, килеп тыуған мәсьәләләрҙең тиҙ һәм закон нигеҙендә хәл ителеүен тәьмин итергә тейеш. Комиссияның маҡсаты – консультациялар биреү, кәңәшмәләр үткәреү, ер аҫтын файҙаланыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың эшен яйға һалыу. Кварталға бер йыйылып, атҡарылған эштәрҙе барларбыҙ, киләсәккә пландар ҡуйырбыҙ. Бынан тыш, тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе урынға сығып өйрәнербеҙ. Ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә барлыҡҡа килгән мәсьәләләр республика етәкселеген ныҡ борсой. Айырыуса был өлкәләге закон боҙоу осраҡтары, ҡаҙылма байлыҡтар алынғандан һуң биләмәгә рекультивация үткәрмәү, лицензияланған биләмәнән ситкә сығыу - йыш осраған күренештәр һәм улар менән көрәшергә кәрәк. Ведомство-ара комиссия төҙөү был өлкәлә тәртип булдырыуға һәм ил Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Ер аҫтын файҙаланыу тармағында комплекслы проблемалар күптән бар. Һөҙөмтәлә тәбиғәткә ҡарата ҡырағайҙарса мөнәсәбәт урындағы халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Беренсе ултырышҡа әҙерлек башлағас, Урал аръяғы райондарындағы вазифа биләгән кешеләрҙең ришүәтселеккә барыуы тураһында мәғлүмәттәр килә башланы. Уларҙы өйрәнербеҙ һәм артабан эште хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрербеҙ. Әлбиттә, бындай хәл халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Беҙҙең комиссия ошо тармаҡта килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү майҙансығы булырға тейеш, һәр яҡты тыңлап, ишетеп эшләргә бурыслыбыҙ. Иҡтисади үҫеш һәм тәбиғәтте һаҡлау араһындағы балансты көйләү көн ҡаҙағына ҡуйылды", - тине Азат Бадранов.

Бөгөнгө ултырышта тәү сиратта ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде. Мәҫәлән, ер аҫтын файҙаланыусылар һәм муниципалитеттар араһында социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу, уның юридик яҡтан көсө, ташланған карьерҙар реестрын булдырыу, Башҡортостанда ер аҫтын файҙаланыу ассоциацияһының эшен йәнләндереү. Бынан тыш, эшмәкәрлектәренә ҡарата урындағы халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергән компанияларҙың вәкилдәре саҡырылды: “Таналыҡ”, “Саңғалыҡ диорит карьеры”, “Альт-инвест” яуап тотто. Бер нисә коммерция компанияһы ташландыҡ карьерҙарҙы рекультивациялауға әҙерлеген белдерҙе.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров билдәләүенсә, ведомство белгестәре әҙерләгән килешеү социаль-иҡтисади үҫеште күҙәтеү, халыҡ мәнфәғәтен яҡлау һәм муниципалитет менән законлы нигеҙҙә эш итеү мөмкинлеге бирә. Был килешеүгә ярашлы, ер аҫтын файҙаланыу менән шөғөлләнгән ойошмалар өс төп шартты үтәргә тейеш.

"Тәү сиратта ҡаҙыу эштәре алып барылған райондарҙа кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү. Ҡаҙылма байлыҡтарҙы ташыу бары тик ауылды ураған юл аша атҡарылырға тейеш. Эш барышында заманса ҡоролмалар ҡулланыу, ваҡлатыу йыһаздарында туҙанды баҫыу технологияларын ғәмәлгә индереү. Штаттан тыш хәлдәр килеп сыҡһа, тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡаплау һәм башҡаһы. Ошо шарттарҙы үтәгәндә генә артабан лицензияны һаҡлап ҡалыу мөмкин буласаҡ. Министрлыҡтың "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына халыҡтан мөрәжәғәттәр йыш килә. Тәү сиратта халыҡ йөк машиналарының юлдарҙы бөтөрөүенә, тауыш, туҙан сығыуға зарлана", - тип билдәләне Урал Искәндәров.

 

Фото: Альберт Заһиров.

Автор:Лилия Нуретдинова
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2021-07-16/azat-badranov-ber-berebe-e-ty-lap-esh-iterg-teyeshbe-2424119
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас