

Хәйбулла районы ҡатын-ҡыҙҙары таһыллыҡтарын камиллаштырыу маҡсатында Асия Солтан ҡыҙы үткәргән оҫталыҡ дәрестәренән ситтә ҡалмайҙар.
Әбеш мәҙәниәт йорто фойеһында Вәзәм, Әбүбәкер, Турат, Быҙаулыҡ һәмМәмбәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының Асия Ғәйнуллина өйрәтеүе буйынса эшләнгән, милли мираҫыбыҙҙы сағылдырған бай күргәҙмәләр ойошторолдо.