

Аҡъяр тау колледжында Урал аръяғы тау-мәғдән предприятиелары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре буйынса стратегик сессия үтте. Унда “Башҡорт баҡыры”, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты”, “Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиелары, Аҡъяр тау колледжы, Сибай күп профилле колледжы, Учалы тау сәнәғәте колледжы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы етәкселәре ҡатнашты. Сарала Урал аръяғы тау-мәғдән сәнәғәте кадрҙар резервы әҙерләү өсөн сәнәғәт-белем биреү кластерын булдырыу, тау предприятиеларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү йәлеп итеү мәсьәләләре буйынса фекер алышынды.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоев сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп үтте һәм стратегик сессия үткәреү бик мөһим булыуын, был йүнәлештә берҙәм эш алып барыу һәм Урал аръяғы тау сәнәғәте колледждарының бергәләп тау-мәғдән предприятиеларына кәрәкле белгестәр уҡытып сығарыу мөһимлеген, киләсәккә маҡсаттар билдәләү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең персоналдар буйынса директоры Рәмил Туҡаев үҙ сығышында тау-мәғдән предприятиелары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының үҙ-ара килешеп эш итеү мөһимлеген билдәләп үтте һәм Урал аръяғының сәнәғәт-белем биреү кластерын булдырырға тәҡдим итте.
“Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты” һәм “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәттәре вәкилдәре был сараның ике яҡ өсөн дә файҙалы булыуын билдәләп үтте, сәнәғәт-белем биреү кластерын булдырыу идеяһын хупланы. Сибай күп профилле колледжы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы етәкселәре тау предприятиеларына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Тау-мәғдән предприятиелары колледждар менән үҙ-ара эш итеүҙең өс йыллыҡ планын бергәләп әҙерләргә, кәрәкле һөнәрҙәр асыуҙы ҡарарға, студенттар менән маҡсатлы килешеүҙәр һанын арттырырға ниәтләй.