Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
4 Декабрь , 15:09

Предприятиеның алты хеҙмәткәре тәбрикләнде

Кисә баш ҡалабыҙ Өфөлә колонналар залында Башҡортостандың иң яҡшы сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Республика башлығы Радий Хәбиров уларға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ошондай юғары хөрмәткә лайыҡ булыусылар араһында «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре лә бар

Предприятиеның алты хеҙмәткәре тәбрикләнде
Предприятиеның алты хеҙмәткәре тәбрикләнде

Хәйбулла районы Юлбарыҫ ауылында тыуып үҫкән Фаил Байғужин Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһына лайыҡ булды. 2010 йылдан предприятиеның автотранспорт цехында водитель булып эшләй. Коллегалары уны хөрмәт итә һәм юғары профессионал, инициативалы һәм грамоталы хеҙмәткәр булараҡ баһалай. Уның автомобиле һәр ваҡыт төҙөк, ә юлда ул бөтә ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәй. 2021 йылда Фаил Байғужин Хәйбулла районы биләмәһендә урман янғындарын һүндереүҙә әүҙем ҡатнаша бының өсөн Башҡортостан Сәнәғәт энергетика һәм инновациялар министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнә.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән бүләкләнделәр:
-Булат Арыҫланов - баш маркшейдер хеҙмәтенең капиталь төҙөлөш буйынса маркшейдеры;

-Айрат Игебаев - байыҡтырыу фабрикаһының байыҡтырыу производствоһын оҙатыу бүлегенең байыҡтырыу производствоһы етәксеһе.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәхмәт хаты менән ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса электрослесарь Вәкил Килсембаев билдәләнде. Ул «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә ике йыл эшләй, ә һөнәре буйынса уның дөйөм стажы 34 йыл тәшкил итә. Ошо йылдар дауамында ул тыуған Хәйбулла районының төрлө предприятиеларында эшләй. Вәкил Алғужа улы ҙур тәжрибәгә эйә булған, үҙ компетенциялары сиктәрендә теләһә ниндәй ҡатмарлы мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итә алған яҡшы белгес. Коллективта уны һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуы өсөн бик хөрмәт итәләр. 2022 йылда Вәкил Килсембаев Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының рәхмәт хаты менән билдәләнә.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән тәбрикләнделәр:
-Фәнзил Әминев - тау-технологик ҡорамалдар цехының технологик техника төркөмө автомобиле водителе;
-Ринат Казбеков -  1-се тау ҡаҙыныуҙарын сығарыу, нығытыу һәм ремонтлау буйынса участканың ер аҫты тау эштәрендә тау мастеры.

«Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Бөгөн беҙҙең республика - илдең алдынғы индустриаль төбәктәренең береһе. Һәм был һис шикһеҙ һәр берегеҙҙең һәм коллегаларығыҙҙың ҡаҙанышы», – тине бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Предприятиеның алты хеҙмәткәре тәбрикләнде
Предприятиеның алты хеҙмәткәре тәбрикләнде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: