Вәкил Мәжит улы тау эшселәре династияһы вәкиле һәм уның бөтә профессиональ эшмәкәрлеге тау сәнәғәтенә бағышланған. Уның династияһының дөйөм хеҙмәт стажы яҡынса 500 йыл тәшкил итә.
Вәкил Мәжит улы хеҙмәт юлын 1978 йылдың авгусында Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында шахта ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь булып башлай. Ошо йылдар эсендә данлы хеҙмәт юлы үтә. Проходчик, тау диспетчеры, участка начальнигы урынбаҫары, участка начальнигы, ОПР начальнигы булып эшләй. Металлургия тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн 2014 йылда РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, ә уға 2018 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған шахтеры» исеме бирелә.
Бөгөн Октябрь ер аҫты руднигының шахта өҫтө ҡорамалдарын ремонтлау буйынса мастеры Вәкил Рәхмәтов «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына лайыҡ булды.