Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата үткәрелгән һөнәри оҫталыҡ конкурсында тау-технологик ҡорамалдар цехының технологик транспорт БелАЗ-дары һәм автотранспорт цехының йөк машиналары водителдәре ҡатнашты.
Автотортранспорт цехы начальнигы Илсур Сабитов әйтеүенсә, быйыл һөнәри бәйгегә теоретик өлөш индерелгән. “Беҙ практик өлөшкә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса тест тапшырыуға тағы ла хеҙмәт һаҡлау һәм бизнес-система буйынса һорауҙар индерергә булдыҡ. Был беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең эш һөҙөмтәһен һәм хәүефһеҙлек кимәлен арттырыу өсөн дә мөһим”,--тине ул.
Бәйгенең практик өлөшөндә водителдәр БелАЗ һәм КамАЗ автомобилдәрендә ҡәүәтле техникаларҙы йөрөтөү оҫталығын күрһәтте. Барыһы ла ҡатмарлы заданиеларҙы бер хатаһыҙ үтәне.
Шулай итеп, һөнәри конкурс йомғаҡтары буйынса “БелАЗ автомобиленең иң яҡшы водителе” номинацияһында Нур Абдуллин еңеү яуланы. 2-се урынды Зәбир Бикбов һәм 3-сө урынды Ринат Аслаев яуланы. “Йөк автотранспортының иң яҡшы водителе” номинацияһында 1-се урын Ришат Самарбаевҡа бирелде. 2-се урынға Фаил Юнысов һәм 3-сө урынға Ришат Биксурин сыҡты.
Ҡеүәтле БелАЗ автомобиленең иң яҡшы водителе тип танылған Нур Абдуллин Сәғит ауылынан.
--15 йыл инде БелАЗ-да йөрөйөм. Бындай һөнәри бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнашам. Еңеү яулауыма, әлбиттә, шатмын, сөнки бындай ярыштар һөнәри оҫталығыңды һынап ҡарау өсөн шәп мөмкинлек. Тағы ла был сарала үҙ тәжрибәңде күрһәтеп кенә ҡалмай, көндәлек бурыстарың сиктәренән сығып, ыңғай эмоция алыу, коллегаларың менән аралашыу, еңеүгә сәм менән һуғарылған,--тине ул.
Ярыш еңеүселәре һәм призерҙарына ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Бынан тыш, улар йыл дауамында эш хаҡына өҫтәмә түләм дә аласаҡ.