Предпрпиятиеның тейәү-бушатыу майҙансығы хеҙмәткәрҙәре өсөн административ-көнкүреш комплексы асылды. Унда уңайлы эш шарттары өсөн барыһы ла булдырылған.
Дөйөм майҙаны 120 квадрат метрлыҡ модулле типтағы бинала техник контроль хеҙмәте кабинеттары, разнарядка бүлмәһе, әҙер продукцияны эшкәртеү өсөн бүлмә, персонал өсөн кейенеү, туҡланыу урындары һәм башҡа уңайлыҡтар бар. Яңы йыһаздар, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес һатып алынған. Бинала эҫе һыу өсөн ике бойлер, кондиционер һәм йылылыҡ конвекторы ҡуйылған. Бөтә хәүефһеҙлек саралары ла күрелгән.
Әҙер продукцияны ҡабул итеү, һаҡлау һәм тейәп оҙатыу майҙансығын яңыртыу предприятиеның капиталь төҙөлөш бүлеге күҙәтеүендә башҡарыла. Һуңғы йылда ғына бында әҙер продукцияны һаҡлау өсөн яңы келәт төҙөлгән, яңы сәнске тейәгес һатып алынған, автомобиль үлсәүҙәре яңыртылыуы ла йөк күтәреүсәнлекте 80-дән 100 тоннаға тиклем арттырыу мөмкинлеген бирә.