Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
3 Май , 16:30

Айҙар Түләшев –икенсе быуын шахтер

Ул Октябрь ер аҫты руднигында слесарь булып эш башлап,   участка начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үтә

Айҙар Түләшев –икенсе быуын шахтер
Айҙар Түләшев –икенсе быуын шахтер

Айҙар Түләшев  икенсе быуын шахтер.

Уның атаһы хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Октябрь ер аҫты руднигында  электровоз машинисы булып эшләй. Айҙар Ишбулды улының хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар. Ул 33 йыл дауамында Октябрь ер аҫты руднигында ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса слесарҙан  участка начальнигы вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә.

--Бүребай   комбинатына  мәктәптән һуң килдем.  Шахтер хеҙмәте ауыр булыуға ҡарамаҫтан, нәҡ ошо һөнәрҙе һайлағаныма бер ҡасан да үкенмәнем. Коллектив беҙҙә яҡшы, татыу. Эшләү өсөн бөтә шарттар булдырылған.  Иң мөһиме,  хәүефһеҙлек техникаһын үтәү, иғтибарлы булыу,--ти тәжрибәле шахтер.

Айҙар Түләшевтың хеҙмәте һәм  белеме етәкселек  һәм хеҙмәттәштәре тарафынан юғары баһалана, уның һөнәри оҫталығы  йәштәр өсөн сағыу өлгө булып тора.  Айҙар Ишбулды улы  остаз булараҡ,  бихисап йәш шахтерҙарҙы эшкә өйрәткән. Уларҙың күптәре уның менән бергә эшләй.

Күптән түгел  предприятиеның тәжрибәле шахтерҙарының береһе Айҙар Түләшевты  предприятиеның генераль директоры Рөстәм Аблаев 50 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

Источник и фото: СП Бурибаевский сельсовет (vk.com)

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: