Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
21 Март , 16:32

Буласаҡ шахтерҙар Хәйбуллаға килде

*

Буласаҡ шахтерҙар Хәйбуллаға килде
Буласаҡ шахтерҙар Хәйбуллаға килде

Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының икенсе курс студенттары  белем алыу практикаһы сиктәрендә, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының Октябрьск ер аҫты руднигы шахтаһында экскурсияла булды. Буласаҡ тау белгестәре махсус кейемдәрҙе кейеп, ер аҫты батшалығына юлланды. Бында улар проходкалаусы,  бырау ҡорамалы машинисы,  крепильщик, ПДМ машинисы, электровоз машинисы кеүек һөнәр эйәләренең хеҙмәте менән таныштылар.

Артабан студенттар Байыҡтырыу фабрикаһында булып,  руданы ваҡлау һәм уны артабан эшкәртеү процесын күҙәтте. Аҙаҡтан  студенттар  горизонтҡа төшөү, шахтала һәм фабрикала эш шарттары менән танышыу, шахтерҙарҙың хеҙмәтен күреү буласаҡ һөнәрҙәренең үҙенсәлектәрен аңларға ярҙам итеүен билдәләне.

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: