“Башҡорт баҡыры” предприятиеһының СТК контролер-үлсәүсеһе Әлмирә Атанғолова тәжрибәле, үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр.
Ул юғары һөнәри оҫталығы өсөн бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт министрлығы һәм предприятиеның Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Яңыраҡ Ә.Атанғолова намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Башлығы ҡулынан Почет грамотаһы алды. Афарин! Ҡотлайбыҙ!