Был хаҡта Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Өфө предприятиеһында урман янғындарын асыҡлай һәм боҙ тығындарын күҙәтә алған алты төр дрон етештереү яйға һалынған.
«Рәсәйҙең пилотһыҙ осоу аппараттары йылдан-йыл ҡеүәтлерәк һәм технологик яҡтан ныҡлыраҡ була бара. Шуларҙың ҡайһы берҙәре республикабыҙҙа етештерелә, бының менән ғорурланырға мөмкин», - тип яҙа Максим Забелин.