Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
30 Ноябрь 2023, 08:59

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәк сәнәғәтенең үҫеш нөктәләрен билдәләне

-

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәк сәнәғәтенең үҫеш нөктәләрен билдәләне
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәк сәнәғәтенең үҫеш нөктәләрен билдәләне

Республика етәксеһе әйтеүенсә, әле хеҙмәт ресурстарына ҡағылышлы бөтә эштәр беренсе планға сыға.  

— Әлегә ул тиклем аяныслы түгел. Әммә беҙ бер аҙ алға ҡарарға тырышабыҙ. Әгәр иҡтисади үҫеш темптары шулай дауам итһә һәм, Аллаһ бирһә, беҙ был бәхетте тойорбоҙ, моғайын», — тине Радий Хәбиров «тура бәйләнеш»тә. 

«Шул уҡ ваҡытта күп кенә сәнәғәт райондары заводтарға вахтасыларҙы йәлеп итә башлаған. Башҡортостанда әлегә ундай ҡытлыҡ юҡ, әммә беҙгә ҡайһы бер төбәктәрҙән кешеләр килә.
Әлегә ресурстарыбыҙҙың ҡеүәте иҡтисад ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә ала, тигән һығымтанан сығып эш итәбеҙ. Тик етди итеп эшләргә кәрәк. Миңә берәй директор кеше юҡ, тип зарлана башлаһа, мин һәр ваҡыт унан хеҙмәт хаҡы тураһында һорашам. Хәҙер эш хаҡы арта, беҙ хеҙмәт министрлығы менән күп кенә саралар күрҙек», — тип белдерҙе Радий Фәрит улы. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-29/radiy-habirov-nazval-repernye-tochki-v-razvitii-promyshlennosti-bashkirii-3544871 

Автор:
Читайте нас: