Был турала муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә яҙҙы.
Районда юлдар торошо иң көнүҙәк проблема. Быйылғы ямғырлы көҙгө миҙгел дә уларҙың торошона ныҡ тәьҫир итә. Хәйбулла сәнәғәт предприятиелары был юҫыҡта ярҙам ҡулы һуҙыуҙы дауам итә. Көҙ башында улар Яңы Ергән күпере янындағы урау юлды төҙөкләндерергә ярҙам итһә, әле иһә юл хужалығы хеҙмәте һәм муниципалитет менән берләшеп, юлдарҙы рәткә килтереүгә тотондолар. Бөгөнгө көндә Яңы Петровка-Өфө ауылдары араһында һәм Ивановка ауылы йүнәлешендә юлдарға ҡырсынташ түшәү эшен алып баралар.