Аҡъяр ауылынан Хәниф һәм Миңзифа Ғәниевтар 3203-сө һайлау участкаһында тауыш бирҙе
–Хәҙер оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан һайлауҙарҙы бер ҙә ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Сөнки беҙ үҙебеҙ йәшәгән еребеҙҙе, илебеҙҙе яратабыҙ. Шуға күрә ижтимағи-сәйәси тормоштан ситтә ҡалмайбыҙ, ҡатнашып торабыҙ. Бөгөндә лайыҡлы кешеләр өсөн тауыш бирҙек. Йәштәр әүҙемлек күрһәтеп, һайлауҙарға йөрөһөндәр. Тарихыбыҙҙы өйрәнеп, киләһе быуындарға тапшырһындар. Хәҙерге заманда ватансылыҡ, илһөйәрлек рухы иң алғы планда булырға тейеш”, – тип иҫәпләй Ғәниевтар ғаиләһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн 10 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының етенсе саҡырылыш депутаттарын һәм Хәйбулла районының бөтә 14 ауыл биләмәһе советтары депутаттарын һайлайбыҙ. Был мәлдә һәр беребеҙ ауыл биләмәһенең һәм республиканың киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.
Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы урындағы ваҡыт буйынса 21:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Районда йәмғеһе 22167 кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 529-ы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.