Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
14 Июль 2023, 12:13

“Тау сәнәғәтендә эшләү—йәштәр өсөн сикләнмәгән мөмкинлектәр бирә”,- ти Аҡъяр ауылынан Тимур Күлбаев

*

“Тау сәнәғәтендә эшләү—йәштәр өсөн сикләнмәгән  мөмкинлектәр бирә”,- ти Аҡъяр ауылынан Тимур Күлбаев
“Тау сәнәғәтендә эшләү—йәштәр өсөн сикләнмәгән мөмкинлектәр бирә”,- ти Аҡъяр ауылынан Тимур Күлбаев

Аҡъяр ауылы егете Тимур Күлбаев “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә  баш байыҡтырыусы вазифаһын башҡара. Ул мәктәпте тамамлағас, башҡа тиңдәштәре кеүек,  Аҡъяр тау колледжына уҡырға инә. Уға колледж уҡытыусыһы Роман Кучеренко йөҙөндә  үҙ эшенең оҫтаһы булған остаз тура килә,  егеткә  байыҡтырыусы һөнәренең бөтә өҫтөнлөктәрен күрһәтеп,  юғары уҡыу йортонда белем алыуын дауам итергә рухландыра.

Тимур колледждан һуң, бер ауырлыҡһыҙ имтихандар тапшырып, Магнитогорск дәүләт техник университетына уҡырға инә, тик ғаилә сәбәптәре менән уҡып бөтә алмай. Әммә белемгә ынтылыш ҡала, һөҙөмтәлә ул  “Технология” һөнәре буйынса Сибай институтына уҡырға инә. Хәҙер иһә ул  УГМК Техник университеты магистратураһына уҡырға инергә планлаштыра.

Тимур Күлбаев “Башҡорт баҡыры”на 2011 йылда байыҡтырыу фабрикаһына эшкә килә. Эшкә һәләтле егетте  бер аҙҙан фабрика диспетчеры, унан  фабриканың производство-техник бүлеге инженеры,  байыҡтырыу бүлегенең инженер байыҡтырыусыһы, ә 2021 йылдан  “Башҡорт баҡыры”ның баш байыҡтырыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр.

--Тау сәнәғәтендә эшләү—йәштәр өсөн сикләнмәгән  мөмкинлектәр бирә.Бында әүҙем, инициативалы, белемле йәштәр кәрәк.  Беҙҙең компания уҡытырға, һөнәри үҫеш өсөн юлдар асырға, масштаблы проекттар өҫтөндә эшләргә тәҡдим итә. Бәләкәй ватанымда ошонда шарттар булдырылыуы бик шәп”,--ти Тимур Күлбаев.

#Башмедь #УГМК

Башмедь

                        

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: