Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
14 Июль 2023, 14:58

Бөгөн Бүребайҙа Металлургтар көнө билдәләнә

-

Бөгөн Бүребайҙа Металлургтар көнө билдәләнә
Бөгөн Бүребайҙа Металлургтар көнө билдәләнә

Байрамдың  тантаналы өлөшөндә  “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Аблаев, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, “Урал тау металлургия компанияһы” йәмғиәтенең власт органдары менән бәйләнеш идаралығы начальнигы Егор Карасев һәм предприятиеның профсоюз ойошмаһы рәйесе Эльвира Ҡансурина комбинат хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.  

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм юғары производство күрһәткестәре  өсөн 50-нән ашыу комбинат хеҙмәткәре төрлө кимәлдәге наградаларға эйә булды.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: