Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
11 Июль 2023, 15:42

Вәлит ауылынан Земфира Ғатауллинаның һөнәри уңыш сере нимәлә?

1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлаған  ҡыҙ “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшләй

Вәлит ауылынан Земфира Ғатауллинаның һөнәри уңыш сере нимәлә?
Вәлит ауылынан Земфира Ғатауллинаның һөнәри уңыш сере нимәлә?

Бер йыл элек кенә Земфира Ғатауллинаның бар уйы уңышлы диплом яҡлау булһа, хәҙер ул “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең үҫеш бүлеге инженеры.

Земфира сығышы менән Вәлит ауылынан. Атаһы “Башҡорт баҡыры”нда слесарь, ә әсәһе ашнаҡсы һәм төрлө сараларҙы ойоштороусы. Ғаилә Аҡъярға күскәс, Земфира 1-се Аҡъяр мәктәбендә уҡый. Бында “Башҡорт баҡыры” предприятиеһы  тарафынан даими рәүештә теүәл фәндәр буйынса олимпиада һәм конкурстар ойошторола. Өлкән класс уҡыусылары өсөн  математика һәм физиканан бушлай репетитор занятиелары уҙғарыла. Предприятие хеҙмәткәрҙәре менән даими осрашыуҙар үтә.  Ҡыҙҙың ата-әсәһе лә  туған районында эшкә урынлашыу варианты өҫтөндә уйларға кәңәш итә. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Земфира УГМК-ның Техник университетында  “Электроэнергетика һәм электротехника” һөнәрен һайлай. Уҡыу еңел булмаһа ла, ҡыҙыҡлы булыуы менән оҡшай. Университетты Ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгес байыҡтырыу фабрикаһында электромонтер булып эш башлай. Һуңынан уны предприятиеның үҫеш бүлегенә стажировкаға  саҡыралар. Өс ай стажировка, проектты яҡлау һәм бына ул үҫеш бүлеге инженеры! Артабан Земфира УГМК-ның Бизнес-система академияһында стажировкаға саҡырылып,  төп программаларҙы үҙләштерә һәм бизнес-тренер сертификатын ала.

--Мин белемемде камиллаштырыуҙы дауам итәм,  предприятиеның бөтә производство процесын өйрәнергә, участкаларҙа кешеләр менән аралашырға тырышам. “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә  белемгә ынтылыш хуплана. Шуға күрә, кеше уҡыған һәм үҫешкән һайын, уға һөнәри яҡтан һәм хеҙмәт баҫҡысынан күтәрелеүе лә еңелерәк, тип уйлайым,--ти Земфира Ғатауллина.

Источник https://vk.com/club161066187

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: