Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
16 Июнь 2023, 10:48

Рөстәм Аблаев – тыуған еренә ереккән етәксе

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының бөгөнгөһө көйлө, киләсәге өмөтлө

Рөстәм Аблаев 2011 йылдан «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын үтәй. Етәксегә был осорҙа бихисап көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә, төрлө һынауҙар аша үтергә тура килә. Әммә предприятиеның үҫеш перспективаһын күрә белеү Рөстәм Борһанетдин улына техник яҡтан нигеҙләнгән һәм грамоталы ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә комбинат етәксеһе ҙур хеҙмәт коллективы араһында абруй ҡаҙана. Предприятиела әле 970-ән ашыу кеше эшләй, һуңғы ваҡытта араларында йәштәр күбәйә. «Бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған, юғары ойоштороу һәләтенә эйә булған, булдыҡлы етәксе менән эшебеҙ көйлө бара», — ти хеҙмәттәштәре Рөстәм Борһанетдин улы хаҡында.

— Рөстәм Борһанетдин улы, әйҙәгеҙ хеҙмәт юлығыҙға байҡау яһайыҡ. Ни өсөн тап таусы һөнәрен һайланығыҙ?
–Был һөнәрҙе һайлау сәбәбе бер – районда йәшәргә ҡалыу ине. Шуға күрә Магнитогорск дәүләт университетын тамамлағас, Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында бер йыл тау мастеры һөнәре буйынса эшләгәндән һуң, Хәйбулла тау компанияһында эшләй башланым. Был компанияла төрлө йүнәлештәр буйынса эшләп, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашып, ҙур тәжрибә тупланым. Һуңынан район хакимиәте башлығының урынбаҫары булып эшләгән осорҙа ла бер үк ваҡытта бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнергә тура килде. Хәҙер бына инде 12 йылға яҡын «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарам. Ошо йылдар арауығында бихисап проекттарҙы бойомға ашырҙыҡ, шул иҫәптән биш йыл эсендә тиерлек «Көньяҡ» шахта стволы төҙөлөшөн тамамланыҡ.

—Предприятиеның төп күрһәткестәрен нисек баһалайһығыҙ? Уҙған йылда етештереү күләменең кәмеүе күҙәтелмәнеме?
—Киреһенсә, планға ҡарата бер аҙ үҫеш күҙәтелде. 2022 йылда байыҡтырыу фабрикаһында 415 мең тонна мәғдән (йәғни планға ҡарата 101,2%) эшкәртелде. Баҡыр, цинк, затлы металдар сығарыу буйынса ла план күрһәткестәре үтәлде. 2023 йылда эшкәртеү күләмен шул уҡ кимәлдә һаҡлап ҡалырға иҫәп тотабыҙ. «Көньяҡ Маҡан» һәм «Дүртенсе» участкаларының запастарын асыу өсөн, быйыл 480, 550 метр горизонттарҙы ҡаҙыуҙы дауам итеү планлаштырыла.

«Көньяҡ» шахта стволы
«Көньяҡ» шахта стволы

—Ә етештереүсәнлекте артабан арттырыу буйынса предприятиела саралар күреләме?
—Етештереүсәнлекте арттырыу мәсьәләһе менән даими рәүештә шөғөлләнәбеҙ. 12 йыл элек, генераль директор вазифаһына тәғәйенләнгән йылда, фабрикала 200 мең тонна мәғдән эшкәртелә ине. Ошо ваҡытта «Көньяҡ» шахта стволы төҙөлөшөнөң әүҙем фазаһын башланыҡ. Коллективым менән бер уйҙан, бер маҡсаттан берләшеп эшкә тотондоҡ, мөһим объектты сафҡа индереү өсөн күп көс һалдыҡ, ҡайһы саҡтарҙа көндө төнгә ялғап та эшләргә тура килде. Проектҡа ярашлы, шахта стволы эшләй башлағандан һуң да төҙөлөш 4 этапта дауам итте.
«Көньяҡ» шахта стволында мәғдәнде ер өҫтөнә сығарған машина менән идара итеү комплексын яңырттыҡ. Был руданы өҙлөкһөҙ өҫкә сығарыуҙы тәьмин итте һәм шулай итеп етештереүсәнлекте арттырыуға булышлыҡ итте.

Былтыр байыҡтырыу фабрикаһында яңы ҡуйыртыу бүлеген төҙөнөк. Әлеге ваҡытта фабрикала механоактиваторҙы сафҡа индереү буйынса һынауҙар бара. Был мәғдәндән баҡыр, цинк һәм затлы металдарҙы күберәк сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, производствоға һанлы технологиялар индерәбеҙ. Мәҫәлән, хәҙер белгестәр шахтаның ҡайһы бер төп ҡорамалдарының техник торошон, параметрҙарын смартфон аша – махсус мобиль ҡушымта ярҙамында даими рәүештә күҙәтә ала. Тағы ла шахтала кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең заманса технологиялары ла индерелә.

Тағы ла автомобиль-техника паркын даими яңыртып торабыҙ. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа тейәү-ташыу машиналары, быраулау кареткалары, шахта автосамосвалдары һатып алынды. Ер аҫты самосвалын тәүге тапҡыр файҙалана башланыҡ, сөнки быға тиклем башҡа горизонттарҙа руданы тик рельстар буйлап электровоздар ярҙамында ғына ташыныҡ. Әлбиттә, махсуслашҡан ер аҫты техникалары паркын модернизациялау ҙур сығымдар талап итә – миҫал өсөн ике тейәү-ташыу машинаһын һатып алыуға яҡынса 45 млн. һум сарыф ителде. Бынан башҡа, быйыл электр хужалығын модернизациялауға, шул иҫәптән электр ярҙамсы станцияһын реконструкциялауға 70 млн. һум бүленде. Дөйөм алғанда, йыл һайын инвестициялар күләме 500 млн. һум тирәһе тәшкил итә.

—Илебеҙҙең иҡтисадын бөлдөрөү маҡсатында индерелгән көнбайыш санкциялары предприятие эшмәкәрлегенә йоғонто яһанымы?
—Комбинатта импортлы техникалар бар. Әммә кәрәк булған осраҡта беҙ уларҙы илебеҙҙә йәки Ҡытайҙа сығарылған аналогтар менән алыштыра алабыҙ. Әйтергә кәрәк, тау сәнәғәтендә файҙаланылған техникалар һәм ҡорамалдар күп осраҡта Рәсәйҙә етештерелә һәм беҙҙең предприятие традиция буйынса илебеҙҙә сығарылғандарға өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә санкциялар яңы ҡорамалдар, техникалар һатып алыуға йоғонто яһаманы.

—Комбинаттың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен даими ҡайғыртыуы мәғлүм. Әлеге ваҡытта был юҫыҡта ниндәй эштәр башҡарыла?
—Эйе, байтаҡ финанс сығымдары талап ителеүенә ҡарамаҫтан, предприятие экология мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Етештереүҙе киңәйтеү һәм тау эштәре күләменең артыуы менән бәйле шахта һыуҙарын таҙартыу өсөн яңы таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә. Уны киләһе йылда сафҡа индерергә ниәтләйбеҙ. Был проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн, шул иҫәптән өр-яңы ҡорамалдар һатып алыуға һәм төҙөлөш эштәренә ойошма тарафынан 400 млн. һумдан ашыу бүленә. Әйткәндәй, яңы таҙартыу ҡорамалдарын файҙаланыу ҙа ҡиммәткә төшә – уны эксплуатациялау өсөн йыл һайын 300-350 млн. һум тирәһе бүленәсәк. Әммә беҙҙең предприятие өсөн иң мөһиме – тирә-яҡ мөхиттең экологик торошо.
Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, предприятие отвалдарҙы рекультвациялау эштәре йәғни тау тоҡомдарын техника ярҙамында тигеҙләү, өҫтөнә махсус япма һәм уңдырышлы тупраҡ түшәү менән шөғөлләнә. Быйыл бының өсөн яҡынса 40 млн.һум бүленде. Былтыр 1-се һанлы отвалды рекультивациялау тамамланды. 3-сө һанлы отвалда эштәр аҙағына яҡынлаша. Киләһе йылда Маҡан отвалында ошо уҡ ғәмәлде башҡарырға иҫәп тотабыҙ. Ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2025 йылға тиклем Рәсәйҙең барлыҡ предприятиелары комплекслы экология рөхсәтнамәһен алырға тейеш, ошоға бәйле йүнәлештә лә эш алып барабыҙ.

Отвалды рекультвациялау
Рекультивацияланған отвал
Шахта һыуҙарын таҙартыу өсөн яңы таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә
Отвалды рекультвациялау

—Райондың эре сәнәғәт предприятиеларының береһе булараҡ һеҙ күп кенә социаль проекттарҙы ла бойомға ашыраһығыҙ...
— Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты социаль өлкәгә лә ҙур иғтибар бүлә. Бүребайҙарҙың оҙаҡ йылдар буйы төп проблемаларының береһе – һыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн яңы скважинаға һыу үткәргестәр һалынды. Хәҙер эҫе йәй көндәрендә лә крандарҙан һыу даими килә. Мәғлүм булыуынса, уҙған йылдарҙа Бүребайҙа табип амбулаторияһы тулыһынса капиталь ремонтланды, бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ, урам сәхнәһе менән яңы стадион төҙөлдө, ә оҙаҡламай физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инәсәк. Әйтергә кәрәк, был заманса спорт объекты төҙөлөшөнөң яртыһын комбинат финанслай. Бынан тыш, 5 млн. һумдан ашыу суммаға төрлө спорт тренажерҙары, йыһаздар һатып алынды.
Быйыл «Аҡсарлаҡ» лагерын яңынан төҙөүгә булышлыҡ күрһәттек – хәҙер ул яңы һулыш алып, танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Ағымдағы йылда Бүребайҙа резина япмалы футбол стадионы төҙөргә иҫәп тотабыҙ. Уҙған йылдарҙа 3 балалар майҙансығын булдырһаҡ, тағы ла ошондай уҡ заманса йыһазландырылған майҙансыҡтар ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Ғөмүмән, киләсәктә лә мөһим социаль инфраструктура объекттары төҙөлөшөнән ситтә ҡалмаясаҡбыҙ.

Бүребайҙа табип амбулаторияһы тулыһынса капиталь ремонтланған
Комбинат өс балалар майҙансығын төҙөгән
Бүребай ауылына һыу үткәрелгән
Бүребайҙа заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөнөң яртыһын комбинат финанслай
Бүребайҙа табип амбулаторияһы тулыһынса капиталь ремонтланған

—Сер түгел, әлеге ваҡытта райондың күп кенә ойошмалары белгестәргә, эшселәргә мохтажлыҡ кисерә. Ә комбинатта кадрҙар менән хәл нисек? Йәштәрҙе тау сәнәғәтенә йәлеп итеү буйынса эш алып барыламы?
—Эйе, ысынлап та һуңғы йылдарҙа комбинатта кадрҙар етмәүе һиҙелә, был шул иҫәптән 1990-2000-се ун йыллыҡтарҙағы демографик “упҡынға” ла бәйле. Икенсе яҡтан йылдан-йыл Хәйбуллала тау сәнәғәте компаниялары араһында эшселәр өсөн конкуренция көсәйә барыуы күҙәтелә. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында электән вахта ысулы ҡулланылмай, ошоға бәйле беҙҙә башлыса урындағы район халҡы – Бүребай, Аҡъяр, Татыр-Үҙәк, Һамар, Садовый һәм башҡа ауылдар кешеләре эшләй. Предприятие хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә даими эш алып бара. Сит яҡтарҙан килеп эшләгәндәргә 102 урынлыҡ ятаҡ төҙөлдө, бынан тыш, уларға торлаҡты ҡуртымға алыу сығымдары предприятие тарафынан компенсациялана.

Район йәштәрен тау сәнәғәтенә йәлеп итеү маҡсатында мәктәптәрҙә инженер кластары асылды. Техник йүнәлешендәге махсус программа буйынса уҡыуҙы тамамлаусылар араһында иң яҡшылары УГМК Техник университетына уҡырға инә. Әлеге ваҡытта был алдынғы университетта бер нисә тиҫтә студент тулыһынса предприятие иҫәбенә белем ала – улар өсөн уҡыу һәм ятаҡта йәшәү бушлай, стипендия ла бирелә. Ошо вузды тамамлап, беҙгә эшкә ҡайтҡан грамоталы, заманса ҡарашлы йәш белгестәр бар, улар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Әйтергә кәрәк, яңы эшкә урынлашҡан белгестәрҙең тәүге эш хаҡы 70 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Тағы ла беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Техник университетта бушлай икенсе юғары белем алалар. Был, әлбиттә, предприятиеның киләсәге өсөн мөһим, сөнки ваҡыт үтеү менән талаптар ҙа, технологиялар ҙа үҙгәреп, яңырып тора.

Ғөмүмән, беҙҙең хеҙмәт коллективы — предприятиеның төп байлығы. Форсат тыуғанда цехтар буйлап үтеп, эшселәр менән аралашам, уларҙың эш шарттарын белешәм. Быйыл Екатеринбургҡа «УТМК-Сәләмәтлек» Европа медицина үҙәгенә тулы комплекслы медицина тикшереүен үтергә 100-ән ашыу хеҙмәткәрҙе ебәрәбеҙ. Был күп кенә сирҙәрҙе иҫкәртергә һәм асыҡларға булышлыҡ итә. Ҡайһы саҡта хатта ашығыс операция талап ителеүе билдәләнә, был осраҡта ла предприятие ярҙам ҡулын һуҙа. Миҫал өсөн, яңыраҡ бер хеҙмәткәрҙең бөйөрҙәренә операция яһау өсөн 300 мең һумдан ашыу, ә икенсеһенә бүҫерҙе бөтөрөү өсөн 100 мең һум тирәһе аҡса бүленде һәм башҡалар.

Шулай уҡ эшселәрҙең дөрөҫ туҡланыуы ла беҙҙең өсөн бик мөһим – смена һайын һәр бер хеҙмәткәргә ашханала туҡланыу дотациялана. Мәҫәлән, шахтерҙарға туҡланыу өсөн смена һайын 450 һумлыҡ талон бирелә.

Эшләүсе пенсионерҙарға һәм пенсия алды йәшендәгеләргә илдең төрлө төбәгендә санитар-курорт дауалауы ҡаралған. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Анапа, Калининград һам башҡа ҡалаларҙа ял итеп, һаулығын нығытып ҡайтты.

Ағымдағы йылда шахтала һәм промзонала модулле бина төҙөп, унда смена алдынан медицина тикшереү үтеү комплекстарын ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. Бында табип кабинеты, прививкалар яһау, процедуралар бүлмәләре урынлашасаҡ. Артабан предприятиела табип-терапевт вазифаһын штатҡа индерергә ниәтләйбеҙ, был белгес бөтә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәк. Эшселәрҙең ялын ойоштороу маҡсатында киләсәктә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, спорт секциялары өсөн тренерҙарҙы штатҡа йәлеп итергә планлаштырабыҙ.

Сит яҡтарҙан килеп эшләгәндәргә 102 урынлыҡ ятаҡ төҙөлгән
Сит яҡтарҙан килеп эшләгәндәргә 102 урынлыҡ ятаҡ төҙөлгән

—Пландарға килгәндә, дөйөм алғанда предприятиеның перспективалары ниндәй? Разведкаланған мәғдән күләме нисә йылға иҫәпләнгән?
—Ғөмүмән, Октябрь руда ятҡылығының разведкаланған мәғдән күләме 2033 йылға тиклем иҫәпләнгән. Комбинат минераль-сеймал базаһын яңыртыу һәм үҫтереү өҫтөндә даими эшләй. Ошоға бәйле геологик разведкалау ойошмалары менән килешеү төҙөлә. Перспективалы участкалар бар, уларҙы балансҡа алырға ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, яңы технологиялар барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә техноген сеймалды йәғни ҡалдыҡтарҙы, ташландыҡ тоҡомдарҙы эшкәртеү мөмкинлектәре асыла. Был перспективалы йүнәлеш буйынса ла тикшереү эштәре алып барыла. Шуға күрә Октябрь баҡыр-колчедан ятҡылығы запастары бөткәндән һуң да предприятие туҡтамаясаҡ һәм эшмәкәрлеген дауам итәсәк тип ышаныслы әйтә алам.

—Йәмәғәт эшмәкәрлегенә килгәндә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың депутаты вазифаһын үтәгән осорҙо нисек баһалайһығыҙ?
—Үҙ-үҙемде баһалай алмайым әлбиттә, әммә йөкләнгән бурысты лайыҡлы үтәргә тырыштым. Был йәмәғәт эшен алып барыу тәжрибә туплауҙа, республика, дәүләт аппараты ҡоролошон яҡшыраҡ аңлауға булышлыҡ итте. Шул иҫәптән депутаттың бурыстары араһында – район биләмәһендә инфраструктураны яңыртыуҙы, бойомға ашырылған проекттарҙы финанслауға республика, федераль бюджеттарынан максималь күләмдә аҡса йәлеп итеү һәм проблемалар тураһында даими һөйләү. Аҡъярҙа 3-сө мәктәп, Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөштәре  башланһын өсөн республика башлығына бер нисә тапҡыр хаттар, мөрәжәғәтнамәләр яҙҙыҡ, Мәғариф министрлығында ла һөйләшеүҙәр алып барҙым, һөҙөмтәлә ыңғай яуап ала алдыҡ. Ә бына шәхси һорауҙар менән, шул иҫәптән һыу тәьминәте мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итеүселәргә башлыса комбинат иҫәбенә шәфҡәтлелек ярҙамы күрһәтелде. 

—Ғаиләм – ҡәлғәм, тиҙәр. Һеҙҙең өсөн дә ошолаймы?
—Әлбиттә. Ҡатыным менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Искәндәр Техник университетында тау электромеханигы һөнәре буйынса белем ала, быйыл 1-се курсты тамамлай. Ҡыҙыбыҙ Камила 10-сы класты тамамланы, әле һөнәр һайламаны.  Иң кесеһе Илдар әле балалар баҡсаһына йөрөй. Буш ваҡыттарҙа бергәләп тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, ҡышын саңғыла йөрөргә яратабыҙ.
–Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Рөстәм Аблаев район һабантуйы байрамында Салауат Юлаев ордены менән наградланды
Рөстәм Аблаев район һабантуйы байрамында Салауат Юлаев ордены менән наградланды
«Республикабыҙҙың юғары наградаһы – Салауат Юлаев ордены менән бүләкләүҙәренә шатмын. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты коллективының етештереү һәм социаль өлкәләрҙәге ҡаҙаныштары өсөн һалынған хеҙмәтемде һәм йәмәғәт эшмәкәрлегемде юғары баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт. Был минең өсөн көтөлмәгән булды һәм мин уны ҙур аванс тип иҫәпләйем. Награда беҙҙе тағы ла яҡшыраҡ эшләргә һәм уңышлы үҫешергә бурыслы итә. Тау-байыҡтырыу комбинаты етәксеһе булараҡ, мин үҙемде уның коллективы менән өҙөлмәҫлек итеп бәйләйем һәм предприятиеның һәр хеҙмәткәре шулай уҡ был орденға лайыҡлы тип иҫәпләйем», — тине Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты генераль директоры Рөстәм Аблаев.
Читайте нас: