Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
8 Июнь 2023, 14:04

Яңы асфальт-бетон заводы төҙөлә

Буласаҡ заводтың төп объекттарының береһе — Аҡъяр-Сибай трассаһы

Яңы асфальт-бетон заводы төҙөлә
Яңы асфальт-бетон заводы төҙөлә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында Баймаҡта сәғәтенә 160 тонна етештереүсәнлеккә эйә яңы асфальт-бетон заводын монтажлау тураһында хәбәр итте.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, заманса завод Урал аръяғын юлдар һалыу һәм ремонтлау өсөн юғары сифатлы асфальт менән тәьмин итергә тейеш.

«Заводты төп объекттарҙың береһе — Сибай - Аҡъяр трассаһы өсөн сафҡа индерәбеҙ. Ул халыҡты айырыуса борсоған юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса яңы республика программаһына инде. Ике йыл эсендә бында 60,5 саҡрымлыҡ участканы йүнәтербеҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2023 йылдың майында Башҡортостанда халыҡ йыш зарланған юлдарҙы ремонтлау буйынса яңы төбәк программаһы башланды. Ул муниципалитеттарҙағы емерек юлдарҙы тергеҙеү мәсьәләһен хәл итергә тейеш.

 
 
Автор:Галина Бахшиева
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: