Сәнәғәт ипотекаһы программаһына (предприятиеларға сәнәғәт етештереүе өсөн күсемһеҙ милек һатып алыуға льготалы кредиттар биреү) 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Тейешле ҡарарға премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Президент ҡушыуы буйынса 2022 йылдың сентябрендә сәнәғәт ипотекаһы программаһы эшләй башланы һәм бизнес яғынан ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Программа сиктәрендә кредиттар йылына 5% льготалы ставка менән 7 йылға тиклем бирелә. Инновацион технологик компаниялар өсөн ставка йылына 3% тәшкил итә. Кредиттың максималь суммаһы — 500 миллион һум. Льготалы һәм баҙар ставкалары араһындағы айырманы банктарға дәүләт ҡаплай. Бойороҡҡа ярашлы бүленгән аҡсаны иҫәпкә алып, 2023 йылда программаны субсидиялауҙың дөйөм күләме 1,3 миллиард һумдан ашып китә.