Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
24 Октябрь 2022, 21:17

БелАЗ-да фигуралы йөрөүҙе күргәнегеҙ бармы?

Һөнәри конкурста оҫталыҡ һәм тәжрибә асыҡ күренде

БелАЗ-да фигуралы йөрөүҙе күргәнегеҙ бармы?
БелАЗ-да фигуралы йөрөүҙе күргәнегеҙ бармы?

“Башҡортостан баҡыры” йәмғиәтендә водителдәр араһында  “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” бәйгеһе үтте.

Ярыштар ике категорияла—БелАЗ автосамосвалы һәм  хужалыҡ машиналары паркы автомобилдәре водителдәре араһында ойошторолдо.

Конкурсанттар теоретик имтиханды тапшырғанда компьютер артында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса 20 һорауға яуап бирҙе.Барыһы ла яҡшы белемдәрен күрһәтте.

БелАЗ-да фигуралы йөрөүҙе күргәнегеҙ бармы? Тәжрибәле водителдәрҙең ҙур машиналарҙы ҡурсаҡ урынына йөрөтөүҙәре иҫ киткес күренеш. Оҫталыҡ һәм тәжрибә ҙур роль уйнай бында. Һөҙөмтәлә Ирек Саттаров БелАЗ водителдәре араһында һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип танылды. Был уның ошондай бәйгелә өсөнсө еңеүе.  Икенсе урынды Виталий Гошуренко, өсөнсө урынды Фаил Ҡадыров яуланы.

Хужалыҡ машиналары паркы водителдәре араһында иң яҡшыһы тип Фәнил Бикйәнов танылды. Икенсе урынға Андрей Куринов, 3-сө урынға Павел Новокшонов сыҡты.


#Башмедь #УГМК

Медиа

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: