Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
29 Август 2022, 09:46

Шахтерҙар көнө уларҙың ғаилә байрамы. “Тау эше хаталарҙы ғәфү итмәй”, - ти Артур Ҡансурин

..

Шахтерҙар көнө уларҙың ғаилә байрамы.  “Тау эше хаталарҙы ғәфү итмәй”, - ти Артур Ҡансурин
Шахтерҙар көнө уларҙың ғаилә байрамы. “Тау эше хаталарҙы ғәфү итмәй”, - ти Артур Ҡансурин

Август айының һуңғы йәкшәмбе көнө изге эш, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа ҙур эш өлөш индереүселәр-шахтерҙар көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле дата 1947 йылдың көҙөндә рәсми булдырылған һәм киләһе йылынан уҡ билдәләнә башлаған. Башҡортостанда күмер, төҫлө металл, тимер, алтын һәм төҙөлөш материалдарын етештергән тау - сығарыу компаниялары эшләй һәм меңәрләгән кеше ошо еңел булмаған хәүефле эштә эшләй.

 “Атаһынан күргән уҡ юнған”, - ти халҡыбыҙ. Мәҡәләм геройы, әңгәмәсем Бүребай ауылынан шахтер Артур Ҡансуринды таусылар династияһынан тиһәк яңылышмаҫмын. Ул атай-әсәһенең эшен дауам итеп, ауыр ҙа, кәрәкле лә, маҡтаулы ла һөнәрҙе һайлаған.

 

“Атайым Ғәлей Мөхитдин улы, ағайым Тимур Ғәлей улы (мәрхүм) почетлы таусылар. Әсәйем Сәрүәр Кинйәбулат ҡыҙы (мәрхүмә)  Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының төҙөлөш участкаһында эшләне. Мин дә ҡыҙыҡһынып, мәктәптән һуң шунда өйрәнсек балтасы булып эш башланым.  Ғүмеремде шахтер эше менән бәйләгәнгә үкенмәйем. Эшем оҡшай, коллектив яҡшы. Ҡатыным Зифа ла Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында  машинист булып эшләй.

Беҙҙең эштә ашығырға ярамай. Тау эше хаталарҙы ғәфү итмәй. Нимәлер эшләр алдынан эште еренә еткереп уйларға, фекерләргә, кәңәшләшергә кәрәк. Тау эше ауыр. Шуға ла шахтер булыу өсөн мотлаҡ ихтыяр көсө кәрәктер. Эшебеҙҙә бер-беребеҙгә ярҙам итеп, аңлап эшләйбеҙ. Әлбиттә, һәр эштең үҙ ауырлығы була, әммә уны яратып башҡарһаң, һайлаған һөнәрең күңелеңә ятһа, хеҙмәтеңдән йәм дә табаһың, уның емешен лә күрәһең. Быраулау-шартлатыу учаскаһына шартлатыусы эшенә күскәндә,  коллегам Рәмил Баязитовтың ярҙамы, кәңәштәре ныҡ тейҙе, ул минең остазым булды. Күп эштәргә өйрәтте, барлыҡ тәжрибәһен өйрәтте һәм уға шуның өсөн рәхмәтлемен. Һөнәри байрам уңайынан барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә, ветеран шахтерҙарға эштәрендә уңыштар теләйем, - тине Артур Ғәлей улы.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 34-се һанында

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас: