Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
12 Август 2022, 11:35

Тау сәнәғәтендә кем иң яҡшы иретеп йәбештереүсе?

“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә һөнәре буйынса иң яҡшы  оҫтаны билдәләнеләр

Тау сәнәғәтендә кем иң яҡшы иретеп йәбештереүсе?
Тау сәнәғәтендә кем иң яҡшы иретеп йәбештереүсе?

“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә предприятиеның иң яҡшы иретеп-йәбештереүсеһен билдәләнеләр.

Һөнәри оҫталыҡты билдәләү бәйгеһе комбинаттын ремонт-механик цехы майҙанында үтте. Предприятиеның барлыҡ структураларынан 8 тәжрибәле иретеп-йәбештереүсе  үҙҙәренең һөнәри оҫталығын практикала күрһәтте.

Бәйге ике этаптан торҙо. Беренсеһендә конкурсанттар теоретик белемдәрен тикшереп, 10 минут эсендә 20 һорауға яуап бирҙеләр. Практик өлөштә иретеп йәбештереү оҫталығын күрһәтергә кәрәк ине.

Һөҙөмтәлә, Октябрь ер аҫты руднигы эшсеһе Айгиз Исҡужин “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе тип билдәләнде. Афарин! 2-се урынды байыҡтырыу фабрикаһы иретеп йәбештереүсеһе Радмир Бағышаев һәм өсөнсө урынды  автотранспорт цехы хеҙмәткәре Фәсхетдин Әбүбәкеров яуланы.

Администрация Хайбуллинского района

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: