Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
16 Февраль 2022, 15:24

Йәмил йүнен таба

Хәҙерге көндә күпселек ир-егет вахта ысулы менән бүтән төбәктәрҙә тир түгә. Ә бына Баймаҡ ҡалаһынан Йәмил Байегетов заман ауырлыҡтарына һылтанмай, төҙөлөш буйынса үҙ эшен асып, туғандарын, дуҫтарын эшле итеп, уңышлы эшләй.

Йәмил йүнен таба
Йәмил йүнен таба

Бер нисә егетте ярҙамға алып, заказ буйынса тәүге йортто Бүребай ауылында төҙөй.

–Был эшкә 2011 йылда тотондом. Төҙөлөш эштәренә үҙ тырышлығым менән өйрәндем. Балта оҫталары бригадаһын йыйып, эш башланым. Иң тәүҙә бер бригада булһа, аҙаҡ, йәй миҙгеленә ҡарай, уларҙың һаны 3-4 барып етте. 11 йыл эсендә йәмғеһе 130 өй төҙөнөк. Йортто беҙ башлыса ағастан буралайбыҙ. Бер өйҙө нигеҙенән ҡыйығына тиклем ҡороп ҡуйыуға ике аҙнанан ашыу ваҡыт сарыф ителә. 8х9 метр үлсәмдәге өйҙөң хаҡы яҡынса 1,5 миллион һумға барып баҫа. 6 айға тиклем кисектереп түләү мөмкинлеге лә ҡаралған.

Күберәк 1,5 ҡатлы өйгә заказ яһайҙар. Йәғни, аҫҡы ҡатта аш-һыу, йыуыныу, ә өҫкөһөндә йоҡо бүлмәләре урынлаша. Йорт һалыу өсөн башлыса урындағы төҙөлөш материалдары файҙаланыла. Һәр кемдең архитектура йәһәтенән үҙ тәҡдимдәре була. Шуға күрә, клиент ниндәй өй төҙөргә теләй, шулай төҙөп бирәбеҙ. Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен райондары, Силәбе өлкәһе, Өфө ҡалаһы һәм башҡа яҡтарҙан заказдар килә, – ти Йәмил Рамаҙан улы.

Баймаҡ йүнселе йорттарҙан тыш, башҡа объекттар ҙа төҙөй. Уның ярҙамында Баймаҡ ҡалаһында бер нисә сауҙа үҙәге, кафе, төҙөлөш базаһы һәм башҡа биналар ҡалҡып сыҡҡан.

–Өй төҙөү, уның тышын көпләү, ҡыйыҡ ябыу һәм башҡаларҙан тыш, тағы ла шиферҙы һәм тимер ҡыйыҡты буяу эше менән шөғөлләнәбеҙ. Ҡыйыҡты заманса материал менән ябырға һәр кешенең хәленән килмәй, сөнки бик ҡиммәтҡә төшә. Шиферҙы буятыу – ул эште икеләтә еңелләштереү. Ике көн эсендә ҡыйыҡ өр-яңы кеүек буласаҡ. Матур, асыҡ төҫтәр шиферҙың һәм металл ҡыйыҡтың хеҙмәт итеү срогын да оҙайта. Төрлө бейеклектә лә эшләйбеҙ. Буяуҙар үҙебеҙҙеке, материалдар һатып алып килтерәбеҙ, – ти оҫта.

–Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тиҙәр. Әллә ниндәй мөмкинлектәр ылыҡтырһа ла, тыуған яғыбыҙға тоғро ҡалдыҡ һәм бөгөнгө эшмәкәрлегебеҙ менән яҡташтарыбыҙға файҙа килтерәбеҙ, тип уйлайбыҙ. Киләсәктә Урал аръяғында төҙөлөш фирмаһы асырға хыялланам, – ти ул. Йәмил Байегетовҡа эшендә уңыштар ғына теләргә ҡала.

ТӨҘӨЛӨШ БРИГАДАҺЫ ТҮБӘНДӘГЕ ХЕҘМӘТТӘР КҮРҺӘТӘ:

Шиферҙың өҫтөн, ҡыйыҡтың серегән һәм мүкләнгән урындарын таҙартыу;

Иҫке буяуҙы механик эшкәртеүһеҙ алып ташлау;

Саңдан һәм бысраҡтан таҙартыу;

Түбә япмаһын түшәү;

Ике ҡатламда ҡыйыҡты буяу.

Улар үҙ эштәрендә юғары баҫымлы махсус аппарат файҙаланалар. Был ҡыйыҡтың өҫтөн таҙартыуҙың һөҙөмтәлелеген һәм тиҙлеген арттырырға мөмкинлек бирә.

Цинкланған йәки шифер ҡыйыҡтарын таҙартыу һәм буяу буйынса хеҙмәттең хаҡы квадрат метрына 500-550 һум.

8-905-355-08-90 номерына шылтыратып мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: