Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
16 Февраль 2022, 15:40

Ағастан нур ҡоя Рәмил

Ул эшләгән әйберҙәр күп йорттарҙы биҙәй

Ағастан нур ҡоя Рәмил
Ағастан нур ҡоя Рәмил

Үҙ эшеңде яратып башҡарғанда, уға яуаплы ҡарағанда ғына уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Һәр бер кешенең һөнәри яҡтан үҫеше, камиллыҡҡа ынтылыуы ошоға бәйле лә инде. Һинең эшең башҡаларҙы шатландырһа, уның файҙаһы баһалап бөткөһөҙ булһа –был икеләтә ҡыуаныслы. «Һөнәре бар юғалмаҫ»,–тип бушҡа әйтмәйҙәр. Нәҡ ошо һүҙҙәр Рәмил Билаловҡа ҡағыла.

Сығышы менән ул Ғәлиәхмәт ауылынан. Рәмил Сәғәҙәт улы ағас эшенә бала саҡтан мөкиббән, ғүмере буйы төҙөлөш бригадаһында эшләгән атаһы уға тәү башлап балта оҫталығы серҙәрен төшөндөрә. Беҙ барғанда ла ул үҙе асҡан оҫтаханала нимәлер һыҙа, үлсәй, быса ине. Эшләнгән әҙер әйберҙәр һатып алыусыларҙы көтөп, күргәҙмәгә ҡуйылғандай теҙелешеп тора.

Рәмил Билалов ауыл мәктәбенән һуң, Сибай күп тармаҡлы һөнәри колледжының таш эшкәртеү бүлеген тамамлағас, ташты нәфис эшкәртеү ойошмаһында хеҙмәт юлын башлай. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Аҡъяр ауылында полиция бүлегенә эшкә урынлаша. Тик тормош үҙенекен итә: буш ваҡытында тик ултырырға яратмаған Рәмил ағастан төрлө әйберҙәр яһау менән мауығып китә.

Йәш эшҡыуар үҙ башланғысы өсөн 300 мең һум күләмендә субсидия алып станоктар һатып ала һәм дәртләнеп эшкә тотона. Бөгөн Рәмил Сәғәҙәт улы ҙурыраҡ эштәр башҡара, ул күп ҡатлы йорттар өсөн баҫҡыстар, йыһаздар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр яһау менән шөғөлләнә.

Үҙ эшеңде яратып башҡарғанда, уға яуаплы ҡарағанда ғына уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Һәр бер кешенең һөнәри яҡтан үҫеше, камиллыҡҡа ынтылыуы ошоға бәйле лә инде. Һинең эшең башҡаларҙы шатландырһа, уның файҙаһы баһалап бөткөһөҙ булһа –был икеләтә ҡыуаныслы. «Һөнәре бар юғалмаҫ»,–тип бушҡа әйтмәйҙәр. Нәҡ ошо һүҙҙәр Рәмил Билаловҡа ҡағыла.

–Иң тәүҙә фатирҙа йәшәнек. Ул саҡта һандыҡтар, биҙәү таҡталарын эшләп һата инем. Һуңынан һеңлемдең ишек алдында, аҙаҡ үҙебеҙ өй һалып сыҡҡас, үҙ ихатамда эшемде дауам иттем. Әммә ихатала ғына тар, бирелеп китеп эшләп булманы. Ҡыуанысҡа күрә, бының да үҙ яйы сыҡты.

Былтыр район хакимиәтенең иҡтисад һәм инвестиция эшмәкәрлеге бүлеге коворкинг үҙәктәре булдырырға конкурс була, шунда үҙеңде һынап ҡара тигәс, инвестиция проекты төҙөп, ҡатнашырға булдым. Үҙәкте асыуға “2019-2024 йылдарҙа Хәйбулла районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау” муниципаль программаһы сиктәрендә аҡса бүленде. Ике миллион һум субсидия алып, был эште астым. Һөнәри-оҫталыҡ йүнәлештәрен етәкләйем. “Балта” тип аталған коворкинг үҙәктә балта оҫталары, ағас эшкәртеүселәр, халыҡ кәсептәре оҫталары урын алып эшләй. Бынан тыш, оҫталарға эш урындарын ҡуртымға бирәбеҙ. Берәүҙең берәй әйбер эшләгеһе килә икән, бында килеп эшләй ала. Инструменттар менән дә тәьмин итәбеҙ. Шулай уҡ бында кәңәшмә залы бар. Бынан тыш, фитнес-үҙәк, уйнау залы асырға теләк белдереүселәр бар, ти эшҡыуар.

–Элекке һөт заводы булған иҫке бинаны ремонтланыҡ. Ул ташландыҡ хәлдә ине, кире тергеҙеп, рәтләнек. Әммә йылытыу селтәрен йүнәтә алманыҡ, бөгөн бина утын менән йылытыла,–ти Рәмил Билалов.

Бөгөнгө көндә Рәмил Сәғәҙәт улы ике ҡатлы шәхси йорттарға ағастан декоратив баҫҡыстар, аркалар, өҫтәлдәр яһай. Башҡа райондарҙан да заказдар килә. Столяр цехта Илшат Сәйетбаталов ярҙам итә. Ошонда уҡ шәхси эшҡыуарҙар ит ыҫлау, тырнаҡ биҙәү хеҙмәтен тәҡдим итә. Бөҙрәхана, ателье ла бар.

Тырыш эшҡыуар ғаиләһендә өлгөлө атай ҙа, хәстәрлекле ир ҙә. Ҡатыны Зәлифә лә ижад кешеһе. Йәш ғаиләлә ике бала тәрбиәләнә.

Рәмил Сәғәҙәт улына, ғаиләһенә һаулыҡ, именлек, бәхет һәм барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Гүзәл Бохарбаева

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: