Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
9 Ғинуар 2022, 10:54

Башҡортостанда иң яҡшы архитектура проекттары билдәләнде

*

Башҡортостанда иң яҡшы архитектура проекттары билдәләнде
Башҡортостанда иң яҡшы архитектура проекттары билдәләнде

«Шүлгәнташ» музей комплексы республиканың «Именлек» геронтология үҙәге корпустары менән бергә республикалағы иң яҡшы йәмәғәт биналары тип танылды. Башҡортостан Республикаһының Архитекторҙар союзында «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы йыл проекты 2020-2021» конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде. Комиссия йәмәғәт биналары, торлаҡ йорттар һәм комплекстар, реставрация, ландшафт архитектураһының иң яҡшы проекттарын, шулай уҡ ҡала төҙөлөшө өлкәһендәге проекттарҙы билдәләне.

«Проекттарҙың форматына, тапшырыуға талаптар ҡаты ине. Вәкиллек комиссияһы эшләне. Биналарҙың уңайлылығын, шулай уҡ заманса архитектура алымдарын баһаланыҡ», - тип билдәләне республиканың Архитекторҙар союзы рәйесе Илдар Йәһүҙин.

«Ҡала төҙөлөшө өлкәһендә иң яҡшы проект» номинацияһында беренсе урын «Морат» тау саңғыһы комплексын перспективалы үҫтереү өлөшөндә Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһенең генераль планына үҙгәрештәр индереү» проектына бирелде («Республика ҡала төҙөлөшө үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы коллективы).

«Иң яҡшы торлаҡ йорто йәки комплексы проекты» номинацияһында архитектор Илшат Байбуриндың «Кәрәҙҙәр» клуб йорто» проекты еңеү яуланы.

«Архтамға» эксперт-проект бюроһының «Стәрлетамаҡта, Комсомол урамы, 13 адресы буйынса урынлашҡан бизнес-үҙәкте урынлаштырыу өсөн йәмәғәт бинаһын реставрациялау һәм реконструкциялау» эше иң яҡшы реставрация проекты тип табылды. «Архтамға»ның тағы ла бер эше - Сибай филармонияһы бинаһын реставрациялау проекты 3-сө урынға лайыҡ булды.

Иң яҡшы ландшафт архитектураһы тип Бөрө ҡалаһындағы революция көрәшселәре паркы («Энергопроектинациялар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) биләмәһен реконструкциялау проекты танылды, иң яҡшы сәнәғәт бинаһы тип Мәләүез һөт-консерва комбинатының ҡоро һөт ҡатышмалары етештереү цехы (Данил Мәһәҙиев ҡатнашлығында архитектор Дамир Мирсаяпов) танылды.

 

Еңеүселәр дипломдар һәм 30, 20 һәм 10 мең һумлыҡ аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Конкурста ҡатнашыусыларға «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы йыл проекты 2020-2021» конкурсында ҡатнашҡан өсөн Башҡортостан Архитекторҙар союзы дипломдары тапшырыла.

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: