Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
23 Декабрь 2021, 09:18

“Башҡорт баҡыры”да кем иң яҡшы электрослесарь?

Предприятиела “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә бәйге үтте #Башмедь #УГМК

“Башҡорт баҡыры”да кем иң яҡшы  электрослесарь?
“Башҡорт баҡыры”да кем иң яҡшы электрослесарь?

Һөнәре буйынса иң яҡшыһын билдәләү өсөн байыҡтырыу фабркаһы, ЭТВС цехы, асыҡ тау руднигы, Юбилей ер аҫты руднигы иң шәп хеҙмәткәрҙәрен конкурсҡа йүнәлтте.

Барлығы 8 кеше ҡатнашты. Улар электротехника буйынса билет һорауҙарына яуап бирҙе, артабан практик тәжрибәләрен күрһәтте. Заданиеларҙы барыһы ла үтәне, әммә штраф балдары ла булды.  Һөҙөмтәлә, конкурста еңеп, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә асыҡ тау руднигы электрослесары Артур Байғужин лайыҡ булды. 2-се урынды Рим Ғибәҙәтов, 3-сө урынды Даян Юлдашбаев алды. Улар икеһе лә ЭТВС  цехында эшләй.

Конкурста ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр бирелде. Ә еңеүсе һәм призерҙар бынан тыш, һөнәри оҫталыҡтары өсөн йыл дауамында эш хаҡына айлыҡ түләм аласаҡ.


#Башмедь #УГМК

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: