Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
2 Ноябрь 2021, 12:20

Агросәнәғәт хеҙмәтсәндәре бүләкләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында Яңы Ергән ауылынан шәхси эшҡыуар--крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Зөфәр Фәйзулла улы Ҡырымғужинға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” почетлы исеме бирелде  

Агросәнәғәт хеҙмәтсәндәре бүләкләнде
Агросәнәғәт хеҙмәтсәндәре бүләкләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында Яңы Ергән ауылынан шәхси эшҡыуар--крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Зөфәр Фәйзулла улы Ҡырымғужинға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” почетлы исеме бирелде.

“Туғыҙ ай эсендә республикала 117 миллиард һумлыҡ продукция етештерелде. Ҡатмарлы ҡоролоҡ шарттарына ҡарамай, яҡшы уңыш алдыҡ – 2, 2 миллион тонна иген, 900 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө, 300 мең тонна көнбағыш. Бындай һөҙөмтә – бөтә республиканың етешлеге һәм именлеге һөҙөмтәһе. Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары продукцияһы юғары баһаға лайыҡ була. Аграрийҙар янсығында 80 миҙал, яртыһынан күбеһе - алтын. Хөрмәтле дуҫтар, был яҡшы уңыш менән ҡотлайым һеҙҙе!” – тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: