СӘНӘҒӘТ
6 Август 2021, 18:34

Австрия канцлеры яңы завод асылыуына юғары баһа бирҙе

*

Австрия канцлеры яңы завод асылыуына юғары баһа бирҙеАвстрия канцлеры яңы завод асылыуына юғары баһа бирҙе
Австрия канцлеры яңы завод асылыуына юғары баһа бирҙе

Австрия Республикаһының федераль канцлеры Себастьян Курц Әбйәлил районында «Цемикс» ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары заводын асыу тантанаһына видео аша мөрәжәғәт иткән. Ул яңы етештереүҙең сафҡа инеүен иҡтисади сәләмәтләнеүгә сигнал тип атаны һәм Рәсәйҙе иң мөһим сауҙа партнерҙары иҫәбенә инеүен билдәләне.

 

Яңы завод Австрияның  «Ласселсбергер» холдингына инә, уны асыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты.

 

«Рәсәй баҙары Австрия өсөн айырым әһәмиәткә эйә, сөнки Рәсәй Австрияның иң мөһим сауҙа партнерҙарының береһе, — тип билдәләне Курц. — Шунлыҡтан "Ласселсбергер" төркөмө һымаҡ Австрияның алдынғы предприятиеларының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә, беҙҙең тотороҡло иҡтисади бәйләнештәрҙе тағы ла нығыта алыуыбыҙға айырыуса шатмын».

 

 

 

 

Фото:Башинформ.

#ВладимирПутин

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас