СӘНӘҒӘТ
5 Август 2021, 13:14

Иртәгә Владимир Путин эш сәфәре менән Әбйәлил районына килә

*

Иртәгә Владимир Путин эш сәфәре менән Әбйәлил районына киләИртәгә Владимир Путин эш сәфәре менән Әбйәлил районына килә
Иртәгә Владимир Путин эш сәфәре менән Әбйәлил районына килә

Иртәгә 6 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Башҡортостанға килә, тип хәбәр итә  kremlin.ru сайты.

 

Владимир Путин Әбйәлил районына барып, «Ласселсбергер» компаниялар төркөмөнөң «Цемикс» ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаларын етештереү буйынса заводын сафҡа индереүҙә ҡатнашасаҡ. Предприятиены асыу аҡ цемент импортын кәметергә мөмкинлек бирә һәм төбәктә сәнәғәт үҫеше нөктәһен булдырасаҡ. Бынан тыш президент Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашасаҡ.

 

 

 

Фото:Башинформ.

#ВладимирПутин

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас